Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2012, 14:47

Пенсионерҙар, хәл итеп өлгөрөгөҙ!

Хаҡлы ялдағылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән социаль хеҙмәттәрҙе ниндәй төрҙә алыуҙы уңайлы тип табыуы тураһында ҡарарын 1 октябргә тиклем Пенсия фонды идаралығына хәбәр итә ала.

Хаҡлы ялдағылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән социаль хеҙмәттәрҙе ниндәй төрҙә алыуҙы уңайлы тип табыуы тураһында ҡарарын 1 октябргә тиклем Пенсия фонды идаралығына хәбәр итә ала.
Бөгөн республикала федераль льготаға хоҡуҡлы 375 мең граждан йәшәй. Уларҙың 85 проценты льготаларҙы аҡсалата алыуҙы хуп күрә, йәғни бушлай дарыу менән тәьмин итеүҙе, шифаханаларҙа дауаланыуҙы, тимер юлында йөрөүҙе аҡсалата түләүҙәргә алмаштырған.
Быйыл апрелдән социаль хеҙмәт йыйылмаһы хаҡы аҡсалата 795 һум 88 тин тәшкил итә һәм өс өлөштән тора. Дарыуҙарға тәғәйенләнгәне – айына 613 һум, шифахана-курорт өсөн – 94 һум 83 тин, транспортҡа 88 һум 5 тин.
Читайте нас: