Хәйбулла район советы депутаттары контракт буйынса Раил Ибраһимовты район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Раил Ибраһимов Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда башлай. Төрлө йылдарҙа «Һаҡмар» совхозында эшсе, колхозда баш экономист, «Башкирсельхозхимия» республика производство берекмәһе начальнигы, Хәйбулла районының халыҡ контроле комитеты инспекторы, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы була.
2011 – 2012 йылдарҙа Хәйбулла районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисад һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡара.
2012 йылдың авгусынан әлеге ваҡытҡа тиклем Хәйбулла районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.