Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2012, 14:47

Өфө заправкалары бензинды ҡайҙан ала?

Баш ҡаланың Ufa1.ru сайты «Светоком» компанияһы менән берлектә ҡулланыусы булараҡ Өфө заправкаларында экспертиза үткәргән.Баҡһаң, һәр бишенсе заправкала бензиндың сифаты насар, имеш. Рейдта алынған АИ – 95 бензины өлгөләре Магнитогорск дәүләт техник университетының лабораторияһына ебәрелеп, яғыу­лыҡ нормативтар буйынса ентекле тикшерелгән.

Баш ҡаланың Ufa1.ru сайты «Светоком» компанияһы менән берлектә ҡулланыусы булараҡ Өфө заправкаларында экспертиза үткәргән.
Баҡһаң, һәр бишенсе заправкала бензиндың сифаты насар, имеш. Рейдта алынған АИ – 95 бензины өлгөләре Магнитогорск дәүләт техник университетының лабораторияһына ебәрелеп, яғыу­лыҡ нормативтар буйынса ентекле тикшерелгән. Күпселек өлгө ГОСТ талаптарына тура килгән. Әммә, статистика күрһәтеүенсә, заправкаларҙың һәр бишенсеһендә һатылған бензиндың сифаты «аҡһаған», хатта двигатель өсөн хәүефле тип табыл­ған. Бындай яғыулыҡ ваҡ АЗС-тарҙа ғына түгел, ә эре компанияларға ҡарағандарында ла һатыл­ған.
Читайте нас: