Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2012, 18:47

Депутаттар көҙгө сессияны асты

Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары үткән аҙнала көҙгө сессияны башланы. Пленар ултырышҡа өс тиҫтәгә яҡын мәсьәлә сығарылды.Был юлы алты закон проекты республика законы статусын аласаҡ тип көтөлә. Улар араһында “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” закондың етенсе статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында“, ”Башҡортостан Респуб­ликаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында“, “Башҡортостан Республикаһында хәйриә эшмәкәрлегенә дәүләт булышлығы тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү тураһында” закон проекттары бар.

Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары үткән аҙнала көҙгө сессияны башланы. Пленар ултырышҡа өс тиҫтәгә яҡын мәсьәлә сығарылды.
Был юлы алты закон проекты республика законы статусын аласаҡ тип көтөлә. Улар араһында “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” закондың етенсе статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында“, ”Башҡортостан Респуб­ликаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында“, “Башҡортостан Республикаһында хәйриә эшмәкәрлегенә дәүләт булышлығы тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү тураһында” закон проекттары бар.
Бынан тыш, парламентарийҙарға беренсе уҡыуға йәнә 12 закон проекты тәҡдим ителә. Исемлектә һаулыҡ һаҡлау, урындарҙағы референдум, янғын хәүефһеҙлеге, халыҡты, биләмәләрҙе тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, туризм эшмәкәрлеге тураһында проекттар бар.
Икенсе уҡыуҙа республиканың муниципаль хеҙмәтенә ҡағылышлы, БР Экология кодексы, халыҡты пассажир транспорты менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тураһында проекттар ҡараласаҡ.

Әйткәндәй
Ултырышта Рәсәй Торлаҡ кодексының 31-се статьяһына төҙәтмәләр индереү инициативаһы тәҡдим ителде. Төҙәтмә шунан ғибәрәт – ғаилә тарҡалғанда бәлиғ булмаған бала йә балалар хоҡуғы сикләнмәүҙе тәьмин итеү.
Әлеге ҡануниәткә ярашлы, ир менән ҡатын айырылышһа, бала, ғәҙәттә, әсә менән ҡала. Йыш ҡына атай кеше торлаҡ хужаһы була, бала әсәһе менән автоматик рәүештә торлаҡҡа хоҡуғын юғалта.
Беҙҙең республика депутаттары иҫәпләүенсә, ғаилә тарҡалған хәлдә лә, баланың торлаҡҡа хужа булған атаһы янында йәшәү хоҡуғы һаҡланырға тейеш. Шулай уҡ был торлаҡта балаға 18 йәш тулғансы әсәнең дә йәшәй алыуы күҙ уңында тотола.
Читайте нас: