Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Сентябрь 2012, 17:04

Башҡортостан Ҡаҙағстан менән иң тығыҙ бәйләнештә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй менән ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенең IX халыҡ-ара форумы ултырышында ил төбәктәренең ҡаҙағстан менән эшлекле бәйләнешенә баһа бирҙе. Был исемлектә Башҡортостан да бар ине һәм беҙҙең республика хеҙмәттәшлек итеүҙә иң әүҙемлек күрһәтеүсе булараҡ телгә алынды.Шулай уҡ ҡаҙағстан менән Мәскәү һәм Мәс­кәү өлкәһе, Татарстан, Хакас Республикалары, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, ҡурған, Новосибирск өлкәләре, Алтай һәм Красноярск крайҙары ла тығыҙ бәйләнештә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй менән ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенең IX халыҡ-ара форумы ултырышында ил төбәктәренең ҡаҙағстан менән эшлекле бәйләнешенә баһа бирҙе.
Был исемлектә Башҡортостан да бар ине һәм беҙҙең республика хеҙмәттәшлек итеүҙә иң әүҙемлек күрһәтеүсе булараҡ телгә алынды.
Шулай уҡ ҡаҙағстан менән Мәскәү һәм Мәс­кәү өлкәһе, Татарстан, Хакас Республикалары, Силәбе, Ырымбур, Свердловск, ҡурған, Новосибирск өлкәләре, Алтай һәм Красноярск крайҙары ла тығыҙ бәйләнештә.
Башҡортостан менән ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше үҫә, мәҙәни бәйләнештәр ҙә нығый.
Әлеге туғыҙынсы форумдың төп темаһы инновацион хеҙмәттәшлек ине. Унда республиканан Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Павел Бармин етәкселегендәге делегация ҡатнашты.
Читайте нас: