Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2012, 14:26

Ер хәтере хәтәр икән дә...

Данлыҡлы һәм батыр ата-бабаларыбыҙ булған беҙҙең. Шуныһы һөйөнөслө: Бородино яланына быйыл ағайҙары менән бергә беренсе тапҡыр мәктәптә, колледжда уҡып йөрөүсе өс үҫмер ҙә барҙы. Ғафуриҙан, хәҙер Ишембай нефть колледжында белем алыусы Нәзир Ғәзизов, Учалы ҡалаһының 3-сө мәктәбенең 7-се синыф уҡыусыһы Булат Ибраһимов һәм Өфөнөң 5-се лицейынан 6-сы синыф уҡыусыһы Тамерлан Ғәлиуллин Баш­ҡортостан йөҙөнә лә, ата-бабаларыбыҙ рухына ла тап төшөрмәне.

Ер хәтере хәтәр икән дә...
Ер хәтере хәтәр икән дә...
Аҫыл вариҫтар ҙа үҫеп килә


Кесе йомала болоттар тәүҙә бейегәйҙе, һуңынан тарала биргәндәй булды. Төшкә табан ҡояш та күренде. Һағындырып килеп сыҡты ут тубы.
– Һе, Мәскәүҙә лә ҡояш бар икән дәһә, – тип ҡуйҙы беҙҙең лагерь командиры Илшат Ислам улы.
– Шулай шул, Мәскәү ҡояш нурын да беҙгә йәлләп, семтем генә бирә, – мин дә Мәскәүҙең үҙенме, унда урынлашҡан Үҙәктеме, шашҡан сәйәсмәндәрҙеме, кемдәрҙелер шунда «семетеп» алған булдым. Нисек кенә булмаһын, кәйефебеҙ шәп беҙҙең. Сөнки бөгөн Бородино хәрби-тарихи музей-заповеднигы буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Айҙар бигерәк түҙемһеҙләнә, егерме йыллыҡ хәтирәләрен яңыртасаҡ бит.

Тәүҙә килгән автобусыбыҙ менән Бородино яланынан 16 саҡрымда, Можайск ҡалаһына терәлеп тигәндәй ятҡан Марфин брод слободаһына килдек. Ике йыл элек бында «Төньяҡ амурҙары» тырышлығы менән башҡорт яугирҙарына арнал­ған берҙән-бер һәйкәл – ҡара гранит плитанан һәм аҡ мәрмәрҙән ҡорол­ған монумент ҡуйылған. Авторы – Илдар Шәйәхмәтов үҙе. Башҡортос­тандан килгән ҡунаҡтар, урындағы халыҡ өсөн дә изге урынға әйләнгән был ер. Унда ятҡан бетеүҙәр, ҡәҙерләп ҡалдырып кителгән төрлө дини атрибуттар шул турала һөйләй.
Сал ҡылғандар араһынан һәйкәлгә ҡарап ҡатҡанмын. ҡояшлы тынлыҡта тәбиғәттең тын ҡалғанын ишеткән кеүекмен. Юҡ, юҡ, күрәм түгел, ишеткән кеүекмен. Тоям, күкрәгендәге яралары бөтәшкән ер уйсан һәм сабыр тын ала. ҡылғандар елһеҙ ҙә тирбәлә, елһеҙ ҙә наҙлана. Уларҙың сал сәстәрен эйеп ергә ниҙер шыбырлауын беҙҙең килеүҙе хәбәр итеүе тип ҡабул итәм. «Ошо ерҙә ҡан ҡойған яугирҙарҙың рухын яңыртыр­ға улдары-вариҫтары килде, Ер-әсә!» «Хәтер үлмәһә, рух һынмаҫ, именлек тә йәшәр» – ерҙең тауышы зиһенемде яҡтыртҡандай булып ҡала. Һәйкәлдәге «1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы 1-се башҡорт атлы полкы яугирҙарына мәңгелек дан!» тигән яҙыуға ҡарап, тамағыма төйөр тығылғандай. ҡайҙалыр аҙан тауышы ишетелә, изге ҡөрьән сүрәләре ҡолағыма салынғандай. Татлы таныш тауыш. Эйе, уҡытыусымдың, мине әҙәбиәт, тел иленә әйҙәүсе мөғәллим тауышы. ҡыҙыҡ булып китте. Күҙемде астым. Хайран тамаша. Һәйкәл янында полк муллаһы, ысынлап та, уҡы­тыу­сым Ғиндулла хәҙрәт Шәйәх­мәтов талғын ғына «Фатиха» сүрәһен яңғырата, уның янында башҡорт яугирҙары башын эйеп уйға батҡан. Улар менән бергә, ситтә тигеҙ сафҡа баҫып, Өфө пехота полкы һалдаттары һәм Башҡортостан вәкилдәренең яҡын дуҫтарына әйләнгән Дон казактары баш кейемдәрен һалып тын ҡалған. Изге һуғышта, ил өсөн алышта шәһит булған мосолман ир-азаматтарының рухы изге ҡөрьән сүрәләре тулҡынында рәхәтләнәлер кеүек миңә. Битте һыйпап иҫкән йылы ғына ел шулай иҫкәрткән кеүек. Һөйөнәлер рухтары, һөйөнәлер. Онотолмай улар үҙҙәре лә, батырлыҡтары ла. Һәр кемдең йөҙө уйсан. Кавалеристарҙың «Теркин»ы, һәр саҡ көләс һәм көләкәс, эсе тулы йыр ҙа моң булған Данис Фәтхетдинов та уйға ҡалған.
– Ике йыл элек асыуҙа ла ҡатнашҡайным. ҡасан килмә, ошо ерҙә күңел тулышып, хистәр ташып китә, – тигәс, ғәфү итһен Данис, аптырап киттем. Шаян күңелде лә уйға һала, тетрәндерә икән шул изге Хәтер, ҡәҙерле Рух!
Сығыш яһағанда беҙҙең «командир», Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәевтың фекерҙәре лә йөрәккә үтте:
– Беҙҙең ошо ерҙә баҫып тороуыбыҙ, ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алып баш эйеүебеҙ үҙе үк тарихи дөрөҫлөктөң тантана итеүе хаҡында һөйләй.
– ҡанлы ер, данлы ер Бородино. Бында булғандар бөгөн дә батыр булып ҡайта! – Дон казактары атаманының һүҙҙәренән һуң «Ур-ра» тип ҡысҡырырға ғына ҡала.
«Батыр булып ҡайта». Дөрөҫтөр, ысынлап та, бында булғандар йөрәгендә Бородиноның бер өлөшөн, батыр яугирҙарҙың йөрәк тибешен тойоп ҡайта.
Абруйлы ғалим Әнүәр Әсфән­диәровтың «Олатайҙарҙың бар тарихы» исемле китабын ҡулға алған һайын, халҡымдың үткәнен, тарихын күҙ алдына баҫтырып, ниҙәр кисергәнен тойоп, берсә ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала, берсә күңел һыҙланып ҡуя. Тәүгеһе көслөрәктер, ни генә тиһәң дә, Рәсәй иленең тарихында башҡорттоң мәртәбәле һәм данлыҡлы эҙе һәр саҡ алдан килә. Әлеге китаптан алып хәҙер яҙыласаҡ юлдарҙы йыш ҡына уҡып, уның йөкмәткеһе менән дуҫтарҙы, яҡындарҙы таныштырып барырға күнеккәйнем. Һәм, гәзит уҡыусыһына, күберәк халыҡҡа еткерер уңайлы мәл ҡасан етер инде, тип уйланған саҡтар ҙа булды. Халҡыңдың даны хаҡында шаулап, ауыҙ тултырып әйтке килә бит ул. Ғорурлыҡ тойғоһон нисектер сығарғы, бар ғәмгә еткерге килә! Һәм Бородино яланында ямғыр-һыуыҡҡа күшеккән хәлдә лә, пушкаларҙың атҡан тауышынан тертләп киткән саҡта ла, халыҡтың күплегенә хайран ҡалып ҡаушап ҡалған мәлдә лә яугирҙарҙың рухы ҡалҡынырға, мәғәнәлерәк уйҙарға бирелергә саҡырҙы. Бына ул китаптағы юлдар:
«Башҡорт яугирҙарына Рәсәй алып барған һуғыштарҙа йыш ҡатнашырға тура килгәнлектән, уларҙың үҙенсәлекле һуғышыу алымдары барлыҡҡа килә. Айырыуса дошмандың айырым отрядтарын ҡамап алып, юҡ итеүҙә ҙур оҫталыҡҡа ирешәләр. Йыш ҡына, ҡурҡып ҡасҡан булып, дошманды йәтеш урынға ылыҡтырып индерәләр ҙә, ҡапыл кире әйләнеп уратып алып, ҡыра торған булғандар. ҡыҫымда ҡалған дошман, күп ҡорбан юғалтып, бирелгән. Бер автор атлы яугирҙың һуғыштағы хәрәкәтен ошолай һүрәтләй: «... Дошманға етәрәк 40 аҙым уҡ атылыр ер ҡалғас, башҡорт арҡаһындағы ҡанъялын (уҡ һалғыс һауыт) күкрәгенә шыуҙыра ла, ике уҡ алып, береһен ауыҙына ҡаба, икенсеһен йәйәһенең янына һала һәм шулай бер-бер артлы икәүһен дә атып ебәрә. Ә һөжүм иткәндә иҙеүҙәре асыҡ һәм еңдәре төрөлгән яугир, алға эйелеп, үҙәк өҙгөс әсе тауыш менән дошманына ҡыйыу ташлана һәм уҡ атымы ер яҡынлашҡас, 4 уҡ атып ебәрә лә, һөңгө менән сәнсә». Ә икенсе бер автор: «Башҡорттар һөңгө менән бик оҫта һуғыша һәм мылтыҡ, һаҙаҡтан төҙ ата. Уның уғы бик алыҫ булмаған арала, мәҫәлән, 15 сажин (1 сажин – 2,18 метр), кешене генә түгел, ә атын да үтә тишеп сығып китә», – тип яҙа».
Хәтәр юлдар бит. Шул бәһлеүән, батыр, зирәк ата-бабамдың ҡалған эҙҙәре буйлап китеп барғанда, ғорурлыҡ, һағыш-фажиғә менән бергә, күңелемдә бер йыуаныс та кисерәм мин: беҙ барбыҙ әле, йәшәйбеҙ әле!!! Уларҙың ҡылғандарын аңлап, һанлап баш эйәбеҙ икән, тимәк, күңел даръялары һайыҡмаған, көндәлек тормош ауында ғына сәбәләнеп ғүмер кисермәйбеҙ.
Бородино дәүләт хәрби-тарихи музей-заповеднигы бик ҙур һәм тарихи ҡоласлы. Һәйкәлдәр, монументтар, иҫтәлекле урындар ғына биш тиҫтәнән аша. Иңләп-ҡарап йөрөр өсөн генә бөтөн бер көнөң кәрәк. Хайран ҡалырлыҡ ер ул Бородино. Күрмәгәнен күргән был яландар. Алыш яланында 250 мең кеше 1200 орудие уты аҫтында 15 сәғәт һуғыша. 40 меңдән ашыу яугир һәм әллә нисә меңдәрсә ат һәләк була. Йәғни секунд ярым эсендә бер кеше ғүмере өҙөлөп торған. Император Александр Беренсегә главнокомандующий М. Кутузов һуңынан: «Сей день пребудет вечным памятником мужества и отличной храбрости российских воинов...» – тип яҙа был алыш хаҡында.
1941 йылдың октябрендә Мәскәүгә ынтылыусы немец фашистары менән ҡот осҡос һуғыштар ҡаты була. Ул осор хаҡындағы һәйкәлдәр, окоптар, дот-амбразура урындарын күреп, әсенеп, кем уйлап тапҡан был һуғыш тигән мәғәнәһеҙ һүҙҙе, күренеште, тип ҡуяһың.
Тарих фәндәре кандидаты, пехота полкы етәксеһе Рәмил Рәхимов был ер һәм алыш хаҡында шул тиклем күп белә, ҡайһы ерҙе төртөп күрһәтмә, шул урында ни булған, ҡайҙа француздар торған, ҡайҙа рустар нығынған, ҡайҙан башҡорттар килеп сыҡҡан, күпме кеше үлгән, ниндәй генерал етәкселек иткән – аныҡ һәм теүәл яуаптар ҡайтара.
Ваҡыт еткән тиклем музей-заповедник менән танышып, лагерға ҡайтырға сыҡҡас, Айҙарҙан һорайым:
– Шунан, хәтирәләр яңырҙымы?
– ҡалай, брат, элек күпте белмәгәнмен икән, – тип Баймаҡса әйтеп ҡуйҙы яугир. – Йөрөргә, өйрәнергә кәрәк беҙгә!

Мөнир ҡУНАФИН.
Мәскәү өлкәһе,
Бородино ауылы.
АВТОР фотолары.

(Дауамы. Башы 69, 71-се һандарҙа).
Читайте нас: