Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2012, 14:01

Биатлон «йондоҙҙар»ы ӨФөгә йыйылды

Алтын көҙҙөң матур бер сағыу битен асып, республикабыҙҙың баш ҡалаһында ҙур спорт байрамы башланды. Уны тантаналы асыу сараһында Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Халыҡ-ара биатлонсылар союзы вице-президенты, Рәсәй биатлонсылар союзы директоры Сергей Кущенко, спортсыларҙы, ҡунаҡтарҙы һәм биатлон һөйөүселәрҙе тәбрикләп, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Байрам йәменә осҡон өҫтәп, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең сығышы менән ҡунаҡтарҙы хайран итте. һуңынан төрлө милләт кейемендәге балалар әлеге донъя беренселеге логотибын пазл рәүешендә эшләне. Уларҙың сығышынан һуң спортсылар парады башланды.

17 илдән килгән биатлон «йондоҙҙар»ы инде Өфөгә икенсе тапҡыр йыйылды. Тәүгеһе 2006 йылда үткәйне. Улар өс көн буйына йәйге биатлон бәйгеһендә донъя чемпиондарын асыҡлай. Ярыштар өс төрҙә – ҡатнаш эстафета, спринт һәм персьют буйынса үтә. Рәсәй йыйылма командаһы составында билдәле яҡташыбыҙ, донъя беренселегенең өс тапҡыр чемпионы Максим Чудов, Межгорье ҡыҙы, донъя кубогы этабы еңеүсеһе Ольга Вилухина ла бар. Шулай уҡ бәйгелә билдәле Ольга Зайцева, Светлана Слепцова, Антон Шипулин, Дмитрий Малышко, Андрей Маковеев, Алексей Волков, Дмитрий Ярошенко, Марина Коровина, Анна Булыгина, Анастасия Загоруйко һәм Екатерина Юрлова ҡатнаша.
Сит ил биатлонсылары араһында Наталья Бурдыга, Вита Семеренко, Галина Вишневская кеүек билдәле спортсылар бар.
Ғөмүмән, биатлондың йәйге төрөнә килгәндә, ул 1996 йылда Австрияла донъя беренселегенән башлана. Беренсе чемпиондары булып Рәсәй спортсылары Алексей Кобелев менән Олеся Тупиленко һанала. Юғары­ла әйтелгәнсә, 2006 йылда Өфө сираттағы йәйге чемпионатты ҡаршылай. Унда, ике бәйгелә лә алдынғылыҡты бирмәй, яҡташыбыҙ Максим Чудов танылыу таба. Был юлы ла беҙҙең спортсыларға уңыштар теләп, яңы үрҙәр яулауҙарына өмөтләнәйек.
Читайте нас: