Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2012, 19:12

Ил халыҡтарының тормошон үҙәк телеканалдарҙа күрәсәкбеҙ

Милли мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатында Рәсәй властары телеканалдар программаларына үҙгәрештәр индерҙе. Шул планға ярашлы, ил телевидениеһында Рәсәй халыҡтары тормошо, мәҙәниәте хаҡындағы тапшырыуҙар һаны артасаҡ. Мәҫәлән, бынан ары ҡорбан байрамынан тура трансляцияны, һабантуйҙарҙы Беренсе канал ғына түгел, ә «ТВ-Центр», «Мир» кеүек каналдар ҙа күрһәтәсәк. Раштыуаны Христ ҡотҡарыусы ҡорамынан тыш, Ватикандан, Минскиҙан да күрһәтеүҙәре бар.

Милли мөнәсәбәттәрҙе нығытыу маҡсатында Рәсәй властары телеканалдар программаларына үҙгәрештәр индерҙе.
Шул планға ярашлы, ил телевидениеһында Рәсәй халыҡтары тормошо, мәҙәниәте хаҡындағы тапшырыуҙар һаны артасаҡ. Мәҫәлән, бынан ары ҡорбан байрамынан тура трансляцияны, һабантуйҙарҙы Беренсе канал ғына түгел, ә «ТВ-Центр», «Мир» кеүек каналдар ҙа күрһәтәсәк. Раштыуаны Христ ҡотҡарыусы ҡорамынан тыш, Ватикандан, Минскиҙан да күрһәтеүҙәре бар. Бынан тыш, Наурыҙ байрамын да ҡарау мөмкин буласаҡ.
Илебеҙҙең мәҙәниәттәр байлығын асып биреүсе интеллектуаль шоуҙар ҡарап та кинәнербеҙ әле. Ошондай темаға НТВ-ла барған «Своя игра» тапшырыуы ныҡ иғтибар итергә ниәтләй.
Ниһайәт, телевидение атыш-һуғыштан, детектив һәм суд барышынан халыҡтарға ла йөҙ менән боролмаҡсы. Был йәһәттән, күҙ генә тейеп ҡуймаһын, тип теләйек.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: