Уҙған аҙнала БР Президенты Мәскәүҙә «РосБизнесКонсалтинг» (РБК) медиахолдингында «Инвестор өсөн көрәш: Башҡортостандың дәғүәселек өҫтөнлөгө» тигән темаға интернет матбуғат конференцияһы үткәрҙе.
Рөстәм Хәмитов федераль кимәлдәге журналистарға, РБК мөхитен ҡулланыусыларға төплө яуап бирергә тырышты. Һорауҙар, башлыса, инвестициялар хаҡында булды.
Башҡортостандың өҫтөнлөктәре тураһында һөйләгәндә, республика башлығы төбәктең географик урынына, тәбиғәт ресурстарына, сәнәғәттең үҫешкән булыуына туҡталды.
Былтыр 180 миллиард һум тирәһе инвестиция йәлеп ителһә, быйыл уның күләме 240 – 250 миллиард һумға етеүе көтөлә. Әйткәндәй, инвесторҙарға уңайлы ҡануниәт, льготалар ҙа ҡаралған.
– Беҙ инвесторға төрлө яҡлап ярҙам итәбеҙ, – тине Президент. – инфраструктура төҙөлөшөн дә тулыһынса үҙебеҙгә алабыҙ. Бөгөн ауыл ерендә эш урындары булдырыуға иғтибар итеү мөһим. Сөнки 150 мең самаһы кеше ситкә аҡса эшләргә китергә мәжбүр. Шуға урындарҙа һөтсөлөк, ғөмүмән, малсылыҡты үҫтереүгә бәйле ҙур проекттар булдырабыҙ, эшкәртеү йәһәтенән дә предприятиелар төҙөргә тырышабыҙ. Нефть химияһына, ағас эшкәртеү тармағына ла инвестициялар кәрәк.
Бында һүҙ сит ил инвесторҙары хаҡында ғына бармай, республикала Рәсәй инвесторҙары әлегә күпселекте тәшкил итә.
Бөгөн һәр өлкә, край, республика инвестициялар йәлеп итергә, уларға идеаль мөхит тыуҙырырға ынтыла. Эш урындары булдырырға, халыҡты аҡсалы итергә килеүселәрҙе төрлө кәртәләрҙән азат итеү мөһим. Шулай ҙа республиканы ситтә танытыу, уның йәшәйеше, ресурстары, мөмкинлектәре менән таныштырыуҙы көндән-көн нығытырға кәрәк. Был юҫыҡта Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге форумдар, конференциялар, күргәҙмәләр, башҡа күләмле сараларҙың беҙҙә уҙыуы уңай ғына.
Рөстәм Хәмитовҡа алда көтөлгән шундай әһәмиәтле ваҡиғалар, спорттағы ниәттәр, башҡорт балы, ҡымыҙ, юлдар торошо, авиация үҫеше, туризмға бәйле һорауҙар бирелде. Киләсәккә ҙур проекттар эшләнгән, программалар ҡабул ителгән. Хәҙер уларҙы бойомға ашырыу өсөн шарттар булдырырға, инвесторҙар йәлеп итергә генә ҡала.