Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2012, 16:59

Ер хәтере хәтәр икән дә...

Шаршамбы битемә тамған тамсы уятты. Ямғыр шул тиклем туҡтамай ҡоя, хатта редакцияның затлы палаткаһы ла түҙмәй башланы шикелле, һыу үткәрмәксе. Хафаланыуым юҡҡа булды, бер йыйырсыҡлы урындан ғына мине уятыр өсөн бер нисә тамсы эскә үк юл ярған икән. Сығып, ептәрҙе ныҡлап тарттырып ҡуйғас, ваҡытлы өйөм ҡәлғәгә әйләнде. Ямғыр ғына түгел, тәлмәрйен, сысҡан кеүек йән эйәләре лә үтерлек түгел хәҙер. Тик ҡабырсаҡтарынан сығып, оҙон бармаҡтай һуҙылған бер нисә ҡусҡар минең өйөм cтенаһына йәбешеп, донъяны күҙәтә ине. Тыштағы ҡунаҡтарға эстән оҙаҡ ҡарап яттым.

Ер хәтере хәтәр икән дә...
Ер хәтере хәтәр икән дә...
Читайте нас: