Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2012, 16:37

Депутаттарыбыҙ нисек эшләй?

РФ Дәүләт Думаһында көҙгө сессия башланды. Белеүегеҙсә, беҙ былтыр декабрҙә ил парламентына Башҡортостандан 16 депутат һайланғайны. Әлбиттә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре халыҡҡа яҡшы таныш, шул уҡ ваҡытта хатта исем-шәрифтәре бығаса республикала ишетелмәгәндәр ҙә юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, беҙ, һайлаусылар, әлеге депутаттарға ышаныс күр­һәт­тек һәм улар Башҡор­тостан йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтерергә тейеш түгел.

Депутат эшмәкәрлеген дүрт өлөшкә бүлергә мөмкин – закондар сығарыу буйынса, вәкил булараҡ эшләү, һайлаусылар һәм киң матбуғат саралары менән эш.
Дәүләт Думаһында беҙҙең ике депутат – А. Дегтярев менән П. Крашенинников комитеттарҙы етәкләй, П. Качкаев, З. Рәхмәтул­лина, В. Климов – комитет етәкселәре урынбаҫарҙары. В. Поцяпун комитет бүлексәһе рәйесе. ҡағиҙә булараҡ, улар закон яҙыуҙа ла әүҙем эшләй. Башҡа депутаттар ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай. Мәҫәлән, И. Сухарев Граждандар кодексына 35 төҙәтмә индергән, А. Тычинин менән М. Йосопов һигеҙәр закон проекты тәҡдим иткән. Р. Мәр­ҙәншин власть органдарына 73 үтенеснамә ебәргән, республикала төрлө сараларҙа байтаҡ ҡатнаш­ҡан. С. Мырҙабаева БР власть органдарының 28 рәсми сараһында ҡатнашҡан, ә З. Рәхмәтуллина республиканың биш муниципаль берәмегенә беркетелгән. Ә. Мәхмүтов Башҡортостан исеменән Европа Советының Парламент ассамблеяһында (ПАСЕ) ҡатнашҡан, республикаға инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында Көнбайыштағы партнерҙар менән һөйләшеүҙәр алып барған.
Һайлаусылар менән осрашыуға килгәндә, Р. Баталова республикала 28 сара үткәргән, С. Мырҙабаева бушлай юридик консультациялар ойошторған. Уның ҡабул итеү бүлмәһенә 229 кеше мөрәжәғәт иткән.
Читайте нас: