«500 ферма» республика программаһында ҡатнашыусы статусы барлығы 53 ауыл хужалығы предприятиеһына бирелде.
Сираттағы һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса бер юлы алты предприятие программаға индерелде. Улар – Салауат районының «Таймый» агрофирмаһы, Баҡалы районының «Үмәр», Илеш районының «Илеш-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Баҡалы районының «Яңы донъя» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Асҡын районының «ҡуяштыр» ауыл хужалығы етештереү кооперативы, Мәләүез районының Салауат исемендәге колхозы.
«Һөт малсылығын үҫтереү һәм һөт етештереүҙе арттырыу. 2012 – 2016 йылдарға Башҡортостан Республикаһында 500 һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу» республика маҡсатлы программаһы республика Хөкүмәте тарафынан апрель аҙағында раҫланғайны. Уны тормошҡа ашырыу кәм тигәндә 500 ауыл хужалығы ойошмаһының тотороҡло эшләүен һәм ауылдарҙа социаль тотороҡлоҡто тәьмин итәсәк.