Башҡортостандың йәш эшҡыуарҙары иң яҡшы бизнес-проект һәм иң яҡшы бизнес-идеяға үткәрелгән „Йәштәр проекты – 2012” республика конкурсында ҡатнашып, грант яулай ала.
Бәйгенең төп маҡсаты − һәләтле йәш эшҡыуарҙарҙы табып, уларға финанс ярҙамы күрһәтеү, йәштәрҙең был өлкәләге инициативаларын бойомға ашырыу өсөн шарттар булдырыу, бәләкәй предприятиелар булдырыуҙы әүҙемләштереү һәм үҫтереү.
Конкурста 30 йәшкә тиклемге эшҡыуарҙар, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары, бизнес менән шөғөлләнгән йәштәр коллективтары ҡатнаша ала. Бәйгегә тәҡдим ителәсәк бизнес-проекттар йәки бизнес-идея 18 ай эсендә, лизинг булғанда 24 ай эсендә үҙен аҡлаған эш булырға, бизнес-планда проекттың дөйөм хаҡынан 30 процент күләмендә үҙеңдең йәки заемға алынған сығымдарың күрһәтелергә тейеш. Еңеүселәр „Йәштәрҙең иң яҡшы бизнес-проекты”, „Йәштәрҙең иң яҡшы бизнес- идеяһы” номинацияларында билдәләнәсәк.