Был сарала ҡатнашыу өсөн Өфөгә Швецияның Рәсәйҙәге илселеге хеҙмәткәрҙәре, алдынғы компаниялары вәкилдәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренән торған ҙур делегация килде.
Швеция көндәре республикала тәүгә үтә. Төп маҡсат – ике дәүләт компаниялары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Швецияның иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф һәм туризм өлкәләрендәге ҡаҙаныштары менән танышыу.
Сит ил делегацияһын «Башинформ» агентлығы һәм ИТАР-ТАСС агентлығының Башҡортостан төбәк бюроһына матбуғат конференцияһына ла саҡырҙылар. Бында Швеция илселеге кәңәшселәре Мортен Франкбю, Томас Халльберг, Швеция сауҙа советы консультанты Мартин Гросс әфәнделәр сәфәрҙәренең маҡсаты тураһында ентекле һөйләп, әле республикала бер нисә сәғәт кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡунаҡсыллыҡҡа ныҡ һоҡланыуҙарын белдерҙе. Рус телендә яҡшы һөйләшкән ҡунаҡтар Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү потенциалының да ҙур булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Швеция көндәре өс өлөштән тора – рәсми осрашыуҙар, эшлекле программа һәм мәҙәни саралар. Шведтар энергияны һаҡсыл файҙаланыу тураһында һөйләйәсәк, һөҙөмтәле медицина ҡорамалдары менән таныштырасаҡ. Журналистар менән осрашыуҙа әйтеүҙәренсә, был юҫыҡта уларҙың беҙгә еткерәһе тәжрибәһе етерлек, энергия ҡулланыуға бәйле тотош комплекслы система яйға һалынған.
Тағы шуныһы – «Икеа» сауҙа селтәренең Өфөләге үҙәге уңышлы эшләй. «Һөҙөмтәләр көтөлгәндән дә яҡшыраҡ», – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты сауҙа вәкилдәре. «МЕГА» сауҙа үҙәгендә семинар уҙғарыу ҙа юҡҡа ғына түгел. Унан килеп, беҙҙәге күпселек ҡатын-ҡыҙҙың яратҡан косметика фирмаһы «Орифлейм»ды ла телгә алдылар. Әлегә швед предприятиелары республикала улай күп түгел, ә ошо саранан һуң артыуҙары ихтимал. Һәр хәлдә, делегация вәкилдәре тап шуға иҫәп тота.
Бөгөн БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында ҡалаларҙың тотороҡло үҫеш концепцияһына арналған SymbioCity семинары ойошторола. Унда ҡалаларҙы комплекслы үҙләштереү, энергияны һаҡсыл һәм һөҙөмтәле файҙаланыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелә.
Башҡорт дәүләт университетында Швеция тарихы һәм мәҙәниәте буйынса лекциялар күҙалланған. Короллек көнө сигендә Өфөлә виза үҙәге лә асыла. Был туристарға юл мәшәҡәттәрен күпкә еңеләйтәсәк һәм, әлбиттә, Швеция менән Башҡортостан араһында туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек тә нығыясаҡ.
Швеция «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән дә ҡыҙыҡһына. Ул ил был өлкәлә хоккейсыларыбыҙҙан тәжрибә уртаҡлашыу көтә. Йәш уйынсылар араһында хеҙмәттәшлек булдырыуға өмөтләнәләр, йәғни киләһе уйын миҙгелендә боҙ майҙанында осрашырға ниәттәре бар.
Мәҙәни программаға килгәндә, «Родина» кинотеатрында тамашасыларға ете заманса швед фильмы тәҡдим ителә. Делегация составында илдең билдәле продюсеры ла килгән. Шәмбелә иһә «Каруанһарай» алдында башҡорт-швед ди-джейҙар форумы үтә. Бында билдәле ди-джейҙар бер-береһенә оҫталығын күрһәтәсәк.
«Бында бизнес менән шөғөлләнергә мөмкин, Башҡортостан тәбиғәте матур, ә шведтар тәбиғәттә булырға ярата, беҙ һәр яҡлап хеҙмәттәшлеккә әҙер», – тип һығымта яһаны Швеция илселеге советнигы Мортен Франкбю әфәнде.
Әйткәндәй, алыҫтан килгән ҡунаҡтарҙың, русса яҡшы һөйләшеүенән бигерәк, Башҡортостан, тип ауыҙ тултырып әйтеүҙәре күңелгә ятышлы булды. Беҙҙең республиканы ихтирам итһәләр, ике яҡлы үҫешеү өсөн көстәрен йәлләмәһәләр, халыҡ, моғайын да, уларҙың инвестицияларына ҡаршы булмаҫ.