Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2012, 17:56

Баш ҡалабыҙҙың дуҫы артты

Өфө менән Төркиәнең Эскишехир ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек булдырыла.Баш ҡала мэры Ирек Ялалов Эскишехир ҡалаһы губернаторы, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының Төркиә делегацияһы вәкиле ҡадир Кочдемир менән осрашҡанда ошо бәйләнеште үҫтереү юлдары ҡаралды.

Өфө менән Төркиәнең Эскишехир ҡалаһы араһында хеҙмәттәшлек булдырыла.
Баш ҡала мэры Ирек Ялалов Эскишехир ҡалаһы губернаторы, ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының Төркиә делегацияһы вәкиле ҡадир Кочдемир менән осрашҡанда ошо бәйләнеште үҫтереү юлдары ҡаралды.
Тәүҙә мәҙәниәт өлкәһендә делегациялар менән алмашыу тәҡдим ителде. Артабан мәғариф, сәнәғәт, төҙөлөш һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү күҙаллана.
Эскишехир – Төркиәнең ҙур сәнәғәт үҙәге. Бында машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек, текстиль, цемент, ағас эшкәртеү предприятиелары бар. ҡала илдәге мөһим транспорт үҙәге лә һанала.
Читайте нас: