Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2012, 17:51

Йәштәр парламентаризмына − «йәшел ут»

«Мин — граждан» төбәк-ара форумында 2020 йылға тиклем республикала йәштәр парламентаризмын үҫтереү стратегияһы төҙөлдө. Ул муниципалитет Советтары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары менән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы тарафынан әҙерләнде.

Әлегә документ рәсмиләштерелә. Йәштәр палатаһының киң мәғлүмәт саралары менән эшләү буйынса комиссияһынан белдереүҙәренсә, унда Йәштәр советтарының власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү механизмдары билдәләнгән.
Документты әҙерләүҙә республиканың төрлө райондарынан 50-гә яҡын йәш парламентарий ҡатнашҡан. Форум сигендә 2012 йыл аҙағында үтәсәк республиканың йәш парламентарийҙары семинарына әҙерлек саралары ла ҡаралды.
Читайте нас: