Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2012, 16:09

Президент яңы кәңәшсе алды

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Геннадий Букаевты сираттағы советнигы итеп тәғәйенләне.Геннадий Иванович Букаев 1947 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур өлкәһе Абдулла районының Степное ауылында тыуған. Өфө дәүләт нефть институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Геннадий Букаевты сираттағы советнигы итеп тәғәйенләне.
Геннадий Иванович Букаев 1947 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур өлкәһе Абдулла районының Степное ауылында тыуған. Өфө дәүләт нефть институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Төрлө йылдарҙа Өфөлә дәүләт нефть институтында, баш ҡаланың Орджоникидзе район советында, КПСС өлкә комитетында инструктор, КПСС-тың Бәләбәй ҡалаһы комитетында беренсе секретарь бу­лып эшләй, БАССР Министрҙар Советында, Башҡортостан Республи­каһы буйынса дәүләт һалым инспекцияһында яуаплы вазифалар баш­ҡара. Башҡор­тостандан киткәс, РФ Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Мәскәү ҡалаһы буйынса идаралығы етәксеһе, РФ һалымдар һәм йыйымдар министры, РФ Хөкүмәте Премьер-министры яр­ҙамсыһы, РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары ярҙамсыһы була.
Читайте нас в