Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2012, 17:25

Үзбәктәр беҙҙән урмансылыҡҡа өйрәнә

Башҡортостанға Үзбәкс­тандың Ауыл һәм һыу хужалығы министрлығы делегацияһы килеп китте. Рәсми ҡунаҡтар урман хужалығы эштәрендә тәжрибә туплау маҡсатын ҡуйған. Йыл һайын Башҡортостанда 10400 гектар майҙанда урманды тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыла. Йәш үҫентеләр майҙандың 70 процентында ултыртыла, йәғни тергеҙеү яһалма алып барыла. Үзбәкстанда үҫентеләр­ҙең тик 30 проценты ғына үҫеп китә ала, шунлыҡтан делегация бигерәк тә беҙҙә ошо эштәрҙе өйрәнергә ниәтләй. Уларҙы Өфө лимонарийына, урман хужалығы техникумына алып барғандар, Йылайыр һәм Бөрйән райондарындағы урман питомниктары эше менән таныштырғандар.

Башҡортостанға Үзбәкс­тандың Ауыл һәм һыу хужалығы министрлығы делегацияһы килеп китте. Рәсми ҡунаҡтар урман хужалығы эштәрендә тәжрибә туплау маҡсатын ҡуйған.
Йыл һайын Башҡортостанда 10400 гектар майҙанда урманды тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыла. Йәш үҫентеләр майҙандың 70 процентында ултыртыла, йәғни тергеҙеү яһалма алып барыла. Үзбәкстанда үҫентеләр­ҙең тик 30 проценты ғына үҫеп китә ала, шунлыҡтан делегация бигерәк тә беҙҙә ошо эштәрҙе өйрәнергә ниәтләй. Уларҙы Өфө лимонарийына, урман хужалығы техникумына алып барғандар, Йылайыр һәм Бөрйән райондарындағы урман питомниктары эше менән таныштырғандар.
Үзбәкстандың Министрҙар кабинетының яуаплы хеҙмәткәре Аслиддин Бозоров белдереүенсә, улар Башҡортостан менән урманды тергеҙеү, бал етештереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә теләй.
Читайте нас: