Билдәле булыуынса, Рәсәйҙең Себер өлөшөндә ҙур ғына майҙанда урман яныуын дауам итә. Башҡортостанда ла янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып 128 урында ут сығыуы теркәлгән, урмандың 767 гектары янған.
Бөгөнгә янғын осрағы теркәлмәһә лә, халыҡҡа урманға һаҡсыл ҡарарға тәҡдим итәләр. Ни өсөн тигәндә, ут сығыуҙың күпселек осрағында кеше ғәйепле.
Әле яуаплы ведомство белгестәре даими дежур итә, авиация транспорты ла ҡулланыла. Иң мөһиме – янғынды ваҡытында күреп ҡалып, тиҙерәк һүндереү сараларын күреү.
Шуны иҫтә тотоғоҙ – Урман хужалығы министрлығының диспетчер идаралығы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Янғын сыҡҡан осраҡта 8 (347) 262-40-39 йә 8-800-100-94-00 телефондары буйынса шылтыратырға кәрәк (шылтыратыу бушлай).