Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2012, 17:21

Сарбаевтың ни ғәйебе?

Башҡортостандың элекке Премьер-министры Раил Сарбаев исеме тирәләй оҙаҡ ҡына шау-шыу булып алды. Уны бюджет аҡсаһын үҙ мәнфәғәттәрендә ҡулланыуҙа ғәйепләнеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – тикшереү ғәйепләүенсә, республиканың юғары вазифаһын биләгәндә, йәнәһе, Сарбаев үҙ йомошо менән Австрияға осоп барыу өсөн республика бюджетынан 1,6 миллион һум аҡса тотонған, ә был сумма БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына тәғәйенләнгән була.

Башҡортостандың элекке Премьер-министры Раил Сарбаев исеме тирәләй оҙаҡ ҡына шау-шыу булып алды. Уны бюджет аҡсаһын үҙ мәнфәғәттәрендә ҡулланыуҙа ғәйепләнеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – тикшереү ғәйепләүенсә, республиканың юғары вазифаһын биләгәндә, йәнәһе, Сарбаев үҙ йомошо менән Австрияға осоп барыу өсөн республика бюджетынан 1,6 миллион һум аҡса тотонған, ә был сумма БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығына тәғәйенләнгән була.
Ошо көндәрҙә Өфөнөң Киров район судында әлеге эш буйынса хөкөм ҡарары уҡылды. Һәм суд, енәйәт булмау сәбәпле, Раил Сәлих улын аҡланы.
Читайте нас: