Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Июль 2012, 17:22

Битараф түгелбеҙ

Испанияла үлеп ҡалған яҡташыбыҙ Баймаҡ ҡыҙы Альбина Алиулованың кәүҙәһен һәм улын Рәсәйгә ҡайтарыу буйынса эштәр­ҙе Президент Рөстәм Хәмитов үҙ күҙәтеүенә алды. Гәзитебеҙҙең үткән һанында был турала яҙғайныҡ. Әле Башҡортостан етәксеһе ҡушыуы буйынса республика бюджетынан 100 мең бүленгән, тағы ла Баймаҡ районы хакимиәте 80 мең һум бүлергә тейеш.

Испанияла үлеп ҡалған яҡташыбыҙ Баймаҡ ҡыҙы Альбина Алиулованың кәүҙәһен һәм улын Рәсәйгә ҡайтарыу буйынса эштәр­ҙе Президент Рөстәм Хәмитов үҙ күҙәтеүенә алды.
Гәзитебеҙҙең үткән һанында был турала яҙғайныҡ. Әле Башҡортостан етәксеһе ҡушыуы буйынса республика бюджетынан 100 мең бүленгән, тағы ла Баймаҡ районы хакимиәте 80 мең һум бүлергә тейеш.
ҡатындың мәйете әлегә тиклем моргта. Баланы һәм ҡатындың мәйетен Башҡортостанға ҡайтарыу өсөн яҡынса биш мең евро кәрәк.
Илселектән хәбәр итеүҙәренсә, Алмасты тыуған яғына бер ниндәй ҡаршылыҡтарһыҙ ҡайтарып була, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығынан визаны бер көн эсендә эшләп бирергә вәғәҙә иткәндәр.
Читайте нас: