Рәсәй Президентының 90 йәшкә еткән һәм унан да олораҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ҡотлау хаттарын тапшырыу тураһындағы Указын бойомға ашырып, Башҡортостанда ветерандарға ҡотлау телеграммалары тапшырылды.
Владимир Путиндың ҡотлау телеграммаһын үҙенең 100 йәшлек юбилейына ҡыйғы районының Арыҫлан ауылында йәшәүсе ҡәтифә Мәхмүтова алды. Йөҙйәшәр инәйҙе ысын күңелдән тәбрикләп, ҡыйғы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Ямалетдинов, Арыҫлан ауыл советы башлығы Светлана Хажиева ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Дыуан районы хакимиәте башлығы Владимир Солин һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вера Глушкова ҡотлау телеграммаһын Михайловка ауылында йәшәүсе 90 йәшлек юбилейын билдәләгән педагогик хеҙмәт ветераны, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының тол ҡатыны Мария Малафееваға тапшырҙы. Мәсәғүт ауылында йәшәүсе Ольга Дакалова ла Рәсәй Президентынан ҡотлау телеграммаһын һәм ҡиммәтле бүләк алды.