Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Июль 2012, 16:56

Бер фажиғә эҙенән

Гәзиттең үткән һанында Татарстан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Илдус Фәйезовтың машинаһын шартлатыуҙары, уның урынбаҫары Вәлиулла Яҡуповты атып үлтереүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Был фажиғәне теракт тип нарыҡлап, хәҙер ентекле тикшереү бара. Республиканың юғары дин әһелдәренә һөжүмдең төп фаразы – уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Илдус Фәйезов та, Вәлиулла Яҡупов та Татарстанда радикал йүнәлештәге исламға ҡаршы торған.

Татарстан буйынса Тәфтиш идаралығынан әйтеүҙәренсә, әле дүрт шикле кеше ҡулға алынған. Улар араһында «Иҙел-Хаж» компанияһының директорҙар советы рәйесе лә бар. Мөфтөй был ойошма етәкселеге менән конфликтта булған, тигән фекер бар. Диниә назараты хажға барыуҙы ойош­тор­ған компанияның эшен күҙәтеү аҫтына алыу тураһында хәбәр иткән. Бының бер нисә сәбәбе лә булған, йәғни назарат «Иҙел-Хаж»ды Мәккә, Мәҙинәгә юл тотоу­сы мосолмандарға арзаныраҡ турҙарҙы ҡиммәтләтеп һатыу­ҙа ғәйепләгән.
Шул уҡ ваҡытта ҡулға алыныу­сыларҙың бер нисәһен дин тотоу­сы булараҡ белгән «Рәсәй мосолман ҡатын-ҡыҙҙары берлеге» рәйесе Наилә Йыһаншина улар­ҙың изге ай алдынан енәйәт ҡылыуына ышанмауы тураһында еткергән.
Нисек кенә булмаһын, ауыр һәм ҡот осҡос енәйәт ҡылынған, фажиғә тураһында виртуаль донъя­ның да барлыҡ сығанаҡтары тиерлек бәйән итә, тикшереүҙәр бара.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та, Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың һәләк булыуы сәбәпле, уның туғандарының һәм яҡындарының, Татарстан мосолмандарының ҡайғыһын уртаҡлашып, Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миң­нехановҡа телеграмма ебәрҙе.
«Ул дини һәм тарихи хеҙмәттәр авторы, әүҙем публицист һәм ислам динен популярлаштырыу­сы, экстремизмға ҡаршы көрәшеүсе булды. Вәлиулла хәҙрәт конфессия-ара диалогты, дәүләт һәм дини ойошмаларҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен нығытыуға ҙур өлөш индерҙе. Был ҡурҡыныс афәт тураһындағы яңылыҡ республика халҡының йөрәктәрендә ҡайғылы ауаз тапты. Изгелек һәм ғәҙеллек идеалдары менән йәшәгән яҡташыбыҙ, дини эшмәкәр, гуманист, йәштәрҙең остазы һәләк булды. Уның хаҡында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ», – тиелә телеграммала.
Читайте нас: