Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2012, 22:43

Тәжрибә кәрәк

Баш ҡаланың иң билдәле һатыу үҙәктәренең береһе “Радуга”ла сауҙа өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар менән республика журна­лис­тары осрашты. Был үҙәктә һатыу иткән эшҡыуарҙар яңыраҡ Мәскәүгә барып ҡайтҡан. Илдең баш ҡалаһына барыуҙың төп маҡсаты – сауҙа тармағындағы бөгөнгө дәғүәселек шарттарында ла үҙ урыныңды, һатып алыусыларыңды табыу, килемде арттырырға өйрәнеү өсөн тәжрибә туплау.

Баш ҡаланың иң билдәле һатыу үҙәктәренең береһе “Радуга”ла сауҙа өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙар менән республика журна­лис­тары осрашты.
Был үҙәктә һатыу иткән эшҡыуарҙар яңыраҡ Мәскәүгә барып ҡайтҡан. Илдең баш ҡалаһына барыуҙың төп маҡсаты – сауҙа тармағындағы бөгөнгө дәғүәселек шарттарында ла үҙ урыныңды, һатып алыусыларыңды табыу, килемде арттырырға өйрәнеү өсөн тәжрибә туплау.
Төҙөлөш материалдары һатҡан “Радуга” сауҙа үҙәгендә беҙҙең ил тауарҙарын да, бөтә донъяға билдәле халыҡ-ара брэндтарҙы ла табырға була. Унда эшләүсе персонал да, тауарҙарын тәҡдим итеүсе эшҡыуарҙар ҙа заманға яраҡ­лашыр­ға тырышыуы, алға ынтылыуы менән айырылып тора. Мәскәүгә был үҙәктә сауҙа итеүсе 20 кешенән торған төркөм барған. Улар билдәләүенсә, илебеҙҙең төп ҡалаһында эшләүселәрҙән өйрәнәһе нәмәләр күп. Шулай ҙа Өфө магазиндарында ла тәжрибәле, һөнәрен яратып, белеп һәм аңлап эшләүселәр күп. Билдәләп үтке килә – “Радуга” сауҙа үҙәге тәҡдим иткән ассортимент Мәскәүҙәге эре магазиндарҙыҡынан ҡалышмай. Төрлө ерҙәргә барып тәжрибә туплау үҙ емешен бирер һәм алдағы көндәрҙә сауҙа үҙәге тағы ла сифатлыраҡ эшләр тип өмөтләнергә нигеҙ бар.
Читайте нас: