Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июль 2012, 20:43

Федераль чиновниктарға кем хужа?

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә уҙған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән ултырышта тотороҡло иҡтисади үҫеш тәьмин итеү һәм граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса төбәк башлыҡтарының бурыстары тикшерелде, уңайлы инвестиция мөхите, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, оҙайлы ваҡытлы инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы.

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә уҙған Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән ултырышта тотороҡло иҡтисади үҫеш тәьмин итеү һәм граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса төбәк башлыҡтарының бурыстары тикшерелде, уңайлы инвестиция мөхите, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, оҙайлы ваҡытлы инвестициялар йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында һүҙ барҙы.
Ил башлығы губернаторҙарға үҙҙәренең бурыстарын үтәй алмаған территориаль власть органдары етәкселәрен дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте. Шулай уҡ төбәктәр менән берлектә килем сығанаҡтарына ҡағылышлы хоҡуҡтарҙы бүлеү буйынса эште тамамлау бурысын ҡуйҙы.
– Минеңсә, төбәк башлыҡтары федераль башҡарма властың территориаль органдары эшмәкәрлегенә контроллек итергә тейеш. Ниндәй формала икәне Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән билдәләнәсәк. Бындай эш элек тә алып барылды, әммә хәҙер был структураларҙың эшмәкәрлегенә баһа биреү һәм унда тәртип булдырыу мөмкинлеге буласаҡ, – тип Рәсәй Президенты инициативаларына үҙ фекерҙәрен еткерҙе Рөстәм Хәмитов.
Республика етәксеһе төбәк бюджеттарын тулыландырыу мәсьәләләренең көнүҙәк булыуын билдәләп, хоҡуҡтарҙы бүлеү төрлө кимәлдәге инвесторҙар өсөн административ кәртәләрҙе кәметергә ярҙам итәсәген, өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәген әйтте.
Читайте нас: