Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2012, 15:50

Башҡортостан менән ҡыҙыҡһыналар

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһының генераль директоры Франк Шауф менән осрашты. Унда Башҡортостанға инвестициялар, Европаның ҙур компанияларын – ассоциация ағзаларын йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде. Рөстәм Хәмитов Франк Шауфты республика менән таныштырҙы, Башҡортостандың Рәсәй Фе­дерацияһының иң эре субъекттарының береһе булыуын, халыҡ иҫәбе буйынса илдә етенсе урында килеүен, ә сәнәғәт етештереүе күләме һәм башҡа күп күрһәткес буйынса алдынғылар рәтендә тороуын билдәләне.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһының генераль директоры Франк Шауф менән осрашты. Унда Башҡортостанға инвестициялар, Европаның ҙур компанияларын – ассоциация ағзаларын йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов Франк Шауфты республика менән таныштырҙы, Башҡортостандың Рәсәй Фе­дерацияһының иң эре субъекттарының береһе булыуын, халыҡ иҫәбе буйынса илдә етенсе урында килеүен, ә сәнәғәт етештереүе күләме һәм башҡа күп күрһәткес буйынса алдынғылар рәтендә тороуын билдәләне.
Уның һүҙҙәренсә, республика властары төбәккә килгән инвестор­ҙарҙың тормошон еңеләйтә, ошо уҡ ваҡытта инфраструктура төҙөүҙе үҙ өҫтөнә ала, заманса индустриаль парктар, бизнес-парктар, IT-парктар булдыра.
Франк Шауф, үҙ сиратында, ассоциацияның республика менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуын билдәләне.
Әйткәндәй, Рәсәйҙәге Европа бизнесы ассоциацияһы 1995 йылда ойошторолған. Бөгөн ул беҙҙең илдә эшләүсе 640-тан ашыу Европа компанияһын һәм банкын берләштерә.
Читайте нас: