Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2012, 16:49

Өс һөйләм менән

Өфөнөң Еңеү паркында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнал­ған тантаналы митинг үтте. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов, ҡаһарман летчиктың туғандары, БР Хәрби комиссариаты вәкилдәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм хәрби-патриотик клубтарҙың тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов Муса Гәрәевтың ҡәберенә сәскә һалды.

Башҡортостандың Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте ми­нистрлығы делегацияһы Ека­теринбургта асылған «ИННОПРОМ − 2012» III Урал халыҡ-ара күргәҙмәһендә һәм форумында ҡатнаша. Сараның төп темаһы – «Технологиялар кешеләр өсөн: киләсәкте планлаштырабыҙ – киләсәк төҙөйбөҙ». Унда ҡатнашыусылар алдағы бер нисә йылда, шулай уҡ тиҫтәләрсә йылдан һуң донъяның, технология­лар­ҙың, сәнәғәт менән иҡтисадтың нисек үҙгәрәсәген тикшерәсәк, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең яңыртылыуына бәйле заман талаптарына ярашлы булыу өсөн компанияларға һәм дәүләткә ниндәй сара күрергә кәрәклеге тураһында фекер алышасаҡ.

Башҡортостанда юлдар төҙөлөшөндә яңы технологияларҙы файҙалана башланылар. Экспе­рименталь участкалар сифатында Өфө районының Таптыков ауылы һәм Борай ауылы янындағы юлдар һайланған. Был участка­лар­ҙа тупраҡты нығытыу технологиялары ҡулланыла.

«Урал» волейбол клубы үҙенең йәштәр командаһы өсөн иң яҡшы исемгә конкурс иғлан итте. Клубтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙенсәлекле исем уйлап, уны [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Белорет районының «Морат» тау саңғыһы үҙәгендә яһалма ҡар яуҙырыу системаһын ҡуйыу эштәре башланды. Система ярҙамында октябрҙән алып апрелгә тиклем барлыҡ дүрт трасса ла, шул иҫәптән балалар өсөн тәғәйенләнгәне лә идеаль хәлдә буласаҡ. Октябрҙә тау саңғыһы үҙәге өй туйлай һәм спортсыларҙы, әүҙем ҡышҡы ял яратыусыларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ.

З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.
Читайте нас в