Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2012, 15:30

Ырымбур өлкәһенә – яңы электр поезында

Уҙған аҙнала «Өфө – Абдулла» тиҙ йөрөшлө электр поезы тәүге сәфәренә юлланды. Бөтә уңайлыҡтары булған яңы составты тантаналы ебәреү сараһында БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Ырымбур өлкәһенә – яңы электр поезында
Ырымбур өлкәһенә – яңы электр поезында

Уҙған аҙнала «Өфө – Абдулла» тиҙ йөрөшлө электр поезы тәүге сәфәренә юлланды. Бөтә уңайлыҡтары булған яңы составты тантаналы ебәреү сараһында БР Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Яҙғыһын «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте электр поезының исеменә конкурс иғлан иткәйне. Һөҙөмтәләр буйынса яңы поезға ҡаһарман летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен бирергә ҡарар ителде.
Республика етәксеһе, кассанан билет алып, тәүге пасса­жир­ сифатында поезды һынап ҡараны – тулыһынса сос­тавты, вагондарҙы ҡарап сыҡты, пассажирҙар менән әңгәмәләште, машинист кабинаһында транспорттың техник характеристикаһы менән танышты. Был электр поезы Демихов вагондар эшләү заводында етештерелгән.
Республика башлығы Дим станцияһында вагон депоһының техник тәьминәт пунктында ла булды. Президентҡа йөк составтарын әҙерләгән, ремонт үткәргән белгестәрҙе әҙерләүсе уҡыу полигонын да күрһәттеләр.
ЭД − 4М электр поезы юғары кимәлдәге комфортҡа эйә − унда йомшаҡ креслолар урынлаштырыл­ған, кондиционерҙар системаһы, биотуалет эшләй, фильмдар һәм видеороликтар ҡарау өсөн плазмалы панелдәр ҡуйылған. Поезд һигеҙ вагондан тора. Уларҙа 114 урын иҫәпләнә. Элек Өфөнән Абдуллаға тиклем алты сәғәт барырға тура килһә, хәҙер 4 сәғәт 10 минутта барып етеп була.
Яңы рейс Ырымбур өлкәһе пассажирҙары өсөн уңайлы. Был йүнәлештә йыл һайын миллионлаған пассажир йөрөй. Пассажирҙар ағымы буйынса төбәктә был − икенсе йүнәлеш.
З. ЙӘһҮҘИНА.
Читайте нас: