Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2012, 14:36

Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл?

Өфөлә йәшәүсе пенсионер Әмир Сафин баш ҡаланың Салауат Юлаев проспектына милли геройыбыҙға арналған монумент урынлаштырырға тәҡдим итә.

Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл?
Салауат Юлаевҡа яңы һәйкәл?

Өфөлә йәшәүсе пенсионер Әмир Сафин баш ҡаланың Салауат Юлаев проспектына милли геройыбыҙға арналған монумент урынлаштырырға тәҡдим итә.
Салауат Юлаев һәйкәленең проектын тулыһынса әҙерләгән. Һәйкәл-стела үҙе тутыҡмай торған ҡоростан эшләнергә, ә постаменты гранит менән йөҙләнгән кирбестән булырға тейеш, ти проект авторы. “Ул Зәки Вәлиди урамы менән Салауат Юлаев проспекты киҫешкән урынға ҡуйылһа, бигерәк күркәм буласаҡ”, – ти Ә. Сафин.
Әмир Зөфәр улы проектын ҡала хакимиәтенә тәҡдим иткән, әммә әлегә ыңғай яуап булмаған.
Г. ЯХИНА.
Читайте нас: