Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация Беларусь Республикаһына барҙы.
Ике көнлөк эш визиты программаһында Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәтендә, Министрҙар Советында осрашыуҙар, сәнәғәт предприятиеларына танышыу сәфәре, Беларусь Республикаһының эшлекле даирәләре менән осрашыуҙар күҙалланған.
Кисә үк беҙҙең делегация «Белкоммунмаш» йәмғиәтенең производство майҙансыҡтарында булды.
Республика башлығы автобус, троллейбус, трамвай һәм йөк машиналарының яңы моделдәрен эшләү технологиялары менән танышты, йыйыу линияһында булды, әҙер продукция өлгөләрен ҡараны. Предприятие инженерҙары трамвайҙарҙың иҫке моделдәре шассийы нигеҙендә яңы вагондар эшләү мөмкинлеге тураһында һөйләне. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда берлектәге троллейбус һәм трамвайҙар производствоһын булдырыу перспективаһын ҡарарға тәҡдим итте.
Минск трамвай-троллейбустар ремонтлау заводы (МРТТЗ), әле – «Белкоммунмаш» йәмғиәте 1973 йылдың 1 июлендә сафҡа индерелгән. Әлеге ваҡытта компания ҡала электр транспортының күсмә составын эшләп сығарыу һәм ремонтлау өлкәһендә Беларусь Республикаһының алдынғы сәнәғәт предприятиеһы иҫәпләнә.
Ошо уҡ көндө Рөстәм Хәмитов Белоруссия Президенты Александр Лукашенко менән дә осрашты. Башлыса, һүҙ ике республика араһында машиналар төҙөү, нефть химияһы һәм сәнәғәттең башҡа өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында барҙы.
Әйткәндәй, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы тауар әйләнеше яҡынса бер млрд 300 млн доллар тәшкил иткән, шуларҙың 152 миллионы белорус экспортына тура килә. Беларустар беҙҙе, башлыса, көнкүреш техникаһы һәм ауыл хужалығы машиналары менән тәьмин итә. Башҡортостан уларға нефть продукттары, каучук, машина эшләү ҡорамалдарын оҙата.