Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2012, 16:17

Донъя яңылыҡтары

Яуыз – тоҙаҡта Японияла "Аум Синрикё" сектаһы етәксеһе Наоко Кикуси ҡулға алынған. Был сектаның эшмәкәрлеге күп илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә тыйыл­ған. 40 йәшлек Наоко Кикусиҙы ун ете йылға яҡын эҙәрлекләгәндәр. Ул, сектаның башҡа лидерҙары менән бергә, 1995 йылда Токио метроһында теракт ойоштороуҙа ғәйепләнә. Ағыулы газ һибеү арҡаһында 12 кеше һәләк булғайны, бер нисә мең кеше төрлө йәрәхәттәр алғайны. Туғыҙ йылдан һуң Сёко Асахара исемле сектантҡа үлем язаһы тураһында ҡарар сығарылған. Уға ҡарата хөкөм башҡарылмаған әле.

Донъя яңылыҡтары
Донъя яңылыҡтары

Яуыз – тоҙаҡта
Японияла "Аум Синрикё" сектаһы етәксеһе Наоко Кикуси ҡулға алынған.
Был сектаның эшмәкәрлеге күп илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә тыйыл­ған. 40 йәшлек Наоко Кикусиҙы ун ете йылға яҡын эҙәрлекләгәндәр. Ул, сектаның башҡа лидерҙары менән бергә, 1995 йылда Токио метроһында теракт ойоштороуҙа ғәйепләнә. Ағыулы газ һибеү арҡаһында 12 кеше һәләк булғайны, бер нисә мең кеше төрлө йәрәхәттәр алғайны. Туғыҙ йылдан һуң Сёко Асахара исемле сектантҡа үлем язаһы тураһында ҡарар сығарылған. Уға ҡарата хөкөм башҡарылмаған әле.

Ығы-зығы туҡтамай

Сүриә Президенты, ил граждандар һуғышы алдында тора, тип хәбәр иткән.
Бәшәр Асад: “Именлек яҡлы булған оппозиция менән диалогҡа инергә әҙермен”, – тигән. Ә ҡулына ҡорал алыусыларҙы Президент “террорсы” тип атай һәм уларҙы Хулалағы мәхшәрҙә ғәйепләй. Билдәле булыуынса, унда тәртип­һеҙ ут асыу һөҙөмтәһендә йөҙҙән ашыу бер ғәйепһеҙ халыҡ ҡырыл­ғайны. Ә БМО етәкселәре һәм бер нисә ил фажиғәлә Сүриә армияһын ғәйепләй.

Рәсәйҙәргә юл асыҡ

Албания Рәсәй халҡына виза биреүҙе 25 сентябргә тиклем туҡтатасаҡ.
Хәҙер был илгә инеү өсөн ни бары сит ил паспорты ғына кәрәк. Ләкин, эксперттар билдәләүенсә, был сара унда туристарҙың артыуына булышлыҡ итмәйәсәк. Сөнки Албанияға тура осоусы самолет юҡ. Етмәһә, хеҙмәтләндереү яҡшыларҙан түгел. Шулай ҙа урындағы власть илгә килеүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыу буйынса эш башларға ниәтләй.

Ядро ҡоралы ҡыҫҡарһа ла...

Һигеҙ ил – Рәсәй, АҡШ, Бөйөк Британия, Франция, ҡытай, Һиндостан, Пакстан һәм Израиль йыл башынан үҙҙәренең ядро арсеналын яңырта башланы.
Әле улар­ҙың 4 мең 400 әүҙем ядро боеголовкаһы бар, шуларҙың ике меңе – тулы әҙерлектә. ҡорал һаны ҡыҫҡартыла, шул уҡ ваҡытта ул камиллаштырыла.
Аналитиктар раҫлауынса, был һигеҙ илдә яҡынса 19 мең берәмек ядро ҡоралы бар. Ә былтыр яҡынса 20,5 мең булған.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас: