Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2012, 16:24

Батыр ирҙең бүләһе ҡартатаһы менән ғорурлана ала

1812 йылғы Ватан һуғышында орден, миҙал алып ҡайтҡан Юрматы ырыуы яугиры Татлыбайҙың вариҫтары бөгөн Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәй«Ошо изге ерҙән уҙғанКүпме быуын яҙмышы.Һауаларға ашҡан даны,Һыуға һеңгән һағышы». М. Кәрим.

1812 йылғы Ватан һуғышында орден, миҙал алып ҡайтҡан Юрматы ырыуы яугиры Татлыбайҙың вариҫтары бөгөн Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәй
«Ошо изге ерҙән уҙған
Күпме быуын яҙмышы.
Һауаларға ашҡан даны,
Һыуға һеңгән һағышы».
М. Кәрим.

2011 йылғы «Ватандаш» журналының 10-сы һанында тарих фәндәре кандидаты Әхмәт­гәрәй Йәнғәлиндың «Юр­матылар 1812 йылғы Ватан һуғышында» тигән мәҡәләһен уҡып, Ишембай районының Этҡол ауылынан һуғышта туғыҙ яугирҙың ҡатнашыуын белдем. Нисә башҡорттоң француздарға ҡаршы яуға китеүе, һәләк булыуы, тыуған иленә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы тураһында тулы мәғлүмәт юҡ. Әммә ошо туғыҙ яугирҙың 1836 – 1839 йылдарҙағы йән иҫәбен алыу осоронда әле иҫән-һау булыуы билдәле. Шулар араһында күптән исеме таныш Татлыбай Исҡужин да бар. Этҡолда йәшәүсе Үмәрбаевтар үҙҙәренең шәжәрә байрамын үткәргәндә лә Татлыбай нәҫел ағасының олоно булып тора ине: Татлыбай – унан Үмәрбай, унан – Гәрәй, унан – Хаммат, унан – Зәкәриә… Әле Зәкәриәгә 69 йәш, ул беҙгә урам аша ғына йәшәй һәм Татлыбайға бүлә булып сыға. Беҙҙең ауыл кешеһе, философия фәндәре докторы Ғәббәс Яхунов Өфөлә эшләгән сағында Татлыбайҙың Парижды алған өсөн орденының, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан өсөн миҙалының Өфө архивында һаҡланыуын дәлилләгән документ алып ҡайтып биргән. Үҙ илемдең патриоты булараҡ, тарих менән ҡыҙыҡһынам. Ғәййәр башҡорт ирҙәренең ҡаһарманлығы күңелдә һоҡланыу һәм ғорурлыҡ хистәре уята.

Рәйлә ҡАЛМЫРҘИНА.
Ишембай районы,
Этҡол ауылы.
Читайте нас: