Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июнь 2012, 17:45

Итальяндар – шәп эшҡыуарҙар, ә беҙҙең ҡымыҙ тәмле!

“Италия менән Башҡортостанды нимә бәйләй?” − тигән һорауға: “Химия, нефть эшкәртеү, урман сәнәғәте, мебель етештереү, шулай уҡ юл һәм торлаҡ төҙөлөшө буйынса хеҙмәттәшлек”, − тип яуап бирергә булалыр. Ләкин был яуап та тулы түгел. Сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй − Италия эш төркөмөнөң Өфөлә үткән ХХ ултырышы тулыһынса быны раҫланы. Бөгөн тамамланасаҡ ҙур сараға 500-ҙән ашыу кеше килде, шуның 100-ҙән ашыуы – Италия Республикаһынан, 80-е – Рәсәй Федерацияһы субъект­тарынан. Беҙҙең республиканан ҡатнашыусылар айырыуса күп – 400-ҙән ашыу кеше.

“Италия менән Башҡортостанды нимә бәйләй?” − тигән һорауға: “Химия, нефть эшкәртеү, урман сәнәғәте, мебель етештереү, шулай уҡ юл һәм торлаҡ төҙөлөшө буйынса хеҙмәттәшлек”, − тип яуап бирергә булалыр. Ләкин был яуап та тулы түгел.
Сәнәғәт округтары, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй − Италия эш төркөмөнөң Өфөлә үткән ХХ ултырышы тулыһынса быны раҫланы. Бөгөн тамамланасаҡ ҙур сараға 500-ҙән ашыу кеше килде, шуның 100-ҙән ашыуы – Италия Республикаһынан, 80-е – Рәсәй Федерацияһы субъект­тарынан. Беҙҙең республиканан ҡатнашыусылар айырыуса күп – 400-ҙән ашыу кеше.
Ултырышта Башҡортостан Рес­публикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, Италия Иҡтисади үҫеш министрлығы Сит илдәрҙә итальян компанияларын тәҡдим итеү һәм сауҙа әйләнешен үҫтереү буйынса департаментының генераль директоры Пьетро Чели һәм башҡа бик күп рәсми кеше ҡатнашты.
Алдан уҡ әлеге ваҡытта Башҡортостандағы бизнеста Италияның өлөшө ҙур булмауын билдәләргә кәрәк. Ләкин Италия һәм Башҡортостан иҡтисадының бер-береһен тулыландыра алыу ҡеүәте перспективалы. Миҫал итеп ошо факт­тарҙы килтерергә мөмкин − республиканан Италияға оҙатылған тауар­ҙарҙың 90 проценты − нефть-химия продукцияһы. Ә Баш­ҡортостанға Италиянан индерелгәненең күпселеге − нефть химияһы һәм башҡа сәнәғәт тармаҡтары өсөн ҡорамалдар.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Италия аҙыҡ-түлек сәнәғәте, банк эшмәкәрлеге, ресторан бизнесы, логистика, транспорт йүнәлештәренең үҫешкән булыуы менән айырыла. Башҡортостанды һәр яҡлап үҫтереү өсөн уларҙан өлгө алырға нигеҙ бар. Пьетро Чели ҙа Италия менән Башҡортостан араһында бер-береһен тулыландыр­ған йүнәлештәр күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, Башҡор­тостан сеймал етештерһә, Италия уны эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Ултырышта шулай уҡ химия һәм эшкәртеү сәнәғәте, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәләрендәге уртаҡ проекттар ҙа ҡаралды.
Италия халҡы һунар, балыҡ туризмын үҙ итә. Ә Башҡортостанда был йүнәлештәрҙе үҫтереү һәм башҡа­лар­ға хеҙмәттәрен тәҡдим итеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Агротуризм да күптәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ тармаҡ. Башҡортостан халҡы ла туризм­ға битараф түгел. Шунлыҡтан ултырышта туризм тармағына ҙур иғтибар бүленде. Өфөлә виза үҙәген асыу ҙа төбәгебеҙҙең туристик мөмкинлектәрен киңәйтә торған фактор. Теләгән һәр кем бөгөндән Өфөлә 35 евроға Италияға виза эшләтә ала. Сара барышында Башҡортостан Рес­публикаһы Президенты Италияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Антонио Дзанарди Ланди менән дә осрашты. Унда, башҡа мәсьәләләр менән бер рәттән, туризмды үҫтереү ҙә ҡаралды. Атап әйткәндә, тау саңғыһы спортына ҙур иғтибар бүленде. 2012 йылда Башҡортостанда ике тау саңғыһы үҙәге төҙөләсәк.
Сара барышында эш төркөмөнөң ХХ ултырышы протоколына, килешеүҙәргә һәм меморандумдарға ҡул ҡуйылды.
Эшлекле бәйләнештәр биржаһында ҡатнашыуҙан тыш, Италия ҡунаҡтары Башҡортостандың бер нисә сәнәғәт предприятиеһында булды.
Эш төркөмөнөң ултырышы ике яҡ өсөн дә кәрәкле һәм өмөтлө. Унда төҙөлөш, ағас эшкәртеү материалдары, мебель, интерьер әйберҙәре эшләү, дизайн һәм архитектураға ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Атап әйткәндә, итальяндар менән берлектә беҙҙең республика биләмәһендә элиталы мебель эшләү предприятиеһын асыу тураһында һүҙ булды.
Шуныһы мөһим – эш төркөмө ултырышында аныҡ проекттар ҡарала. Улар тиҙ арала тормошҡа ашырылһа, ике яҡ өсөн дә файҙалы емештәрен бирәсәк.
Читайте нас: