Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2012, 14:50

Иген сәсеп бөттөк

Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү буйынса планды үтәне. Иген баҫыуҙары төбәктә бер миллион 224 мең гектар майҙанды тәшкил итә. Планға ҡарата был − 101 процент. Төп культураларҙы сәсеү ваҡытынан алда тамамланды. Яҙҙың иртә килеүе сәсеү агрегаттарына баҫыуҙарға сама менән ике аҙна алдан сығырға мөмкинлек биргәйне.

Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеү буйынса планды үтәне.
Иген баҫыуҙары төбәктә бер миллион 224 мең гектар майҙанды тәшкил итә. Планға ҡарата был − 101 процент. Төп культураларҙы сәсеү ваҡытынан алда тамамланды. Яҙҙың иртә килеүе сәсеү агрегаттарына баҫыуҙарға сама менән ике аҙна алдан сығырға мөмкинлек биргәйне.
Көнбағыш сәсеү бер аҙна элек тамамланған, сөгөлдөрсөләр ҙә һуңғы гектарҙарҙа эшләй. Әйт­кәндәй, шәкәр сөгөлдөрө плантациялары быйыл арыу ғына ҙурайтыл­ған − улар 67 мең гектар тәшкил итә.
Иртә сәсеү ураҡҡа ла иртә төшөүгә килтерәсәк, тип иҫәпләй белгестәр.
БР Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ужым игенен урып йыйыу эштәре июль урталарында башланасаҡ, ә техник культуралар сентябрь башына өлгөрәсәк.
Читайте нас: