Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2012, 16:11

Ғәрәптәр Башҡортостанға яҡынайырға теләй

Республика башлығы аҙна барышында Рәсәй Федера­цияһындағы ғәрәп дәүләттәренең дипломатик корпусы делегацияһы менән осрашты. Делегация составында Кувейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Алжир, Фәләстан, Мавритания, Ираҡ һәм Йемен вәкилдәре бар ине. Ғәрәп илселәре Башҡортос­тандың иҡтисади ҡеүәте менән танышырға һәм төбәк менән артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләргә ниәтләй.

Республика башлығы аҙна барышында Рәсәй Федера­цияһындағы ғәрәп дәүләттәренең дипломатик корпусы делегацияһы менән осрашты. Делегация составында Кувейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Алжир, Фәләстан, Мавритания, Ираҡ һәм Йемен вәкилдәре бар ине.
Ғәрәп илселәре Башҡортос­тандың иҡтисади ҡеүәте менән танышырға һәм төбәк менән артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләргә ниәтләй.
– Башҡортостан Республи­каһы ғәрәп дәүләттәренең дипломатик корпусын тәүге тапҡыр ҡабул итә. Был – беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был үҙ-ара хөрмәт, дуҫлыҡ һәм киләсәктә тығыҙ хеҙмәттәшлек итеү билдәһе. Ғәрәп донъяһы менән беҙҙең республиканы күптәнге тарихи тамырҙар, мәҙәниәт, дин бәйләй. Республика халҡының байтаҡ өлөшө ислам динен тота, меңдән ашыу мәсет бар, мосолман гәзит-журналдары нәшер ителә, электрон киң мәғлүмәт саралары эшләй.
Ғәрәп ҡунаҡтары «Ҙур химия» форумына саҡырылған. Президент был сараның сит ил партнерҙары араһында ҙур абруй яулай барыуын билдәләне.
Ғәрәптәр Башҡортостан менән нефть эшкәртеү һәм аграр тармаҡта хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Уларҙы бигерәк тә нефть эшкәртеү ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ республикала бөртөклө культуралар үҫтереү өсөн ерҙе ҡуртымға алырға ла әҙерҙәр. Хәләл ит етештереү йүнәлешендәге малсылыҡ үҫешенә лә битараф түгелдәр. Бынан тыш, ҡунаҡтар урындағы туризм, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, шифахана-курорттар менән танышырға ла теләк белдерҙе.
Читайте нас: