Былтыр Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Туристик индустрия объекттарын классификациялаған ойошмаларҙы аккредитациялау буйынса вәкәләтле Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органы тураһында» Указына ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты туриндустрия объекттарын (ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары, һыу инеү урындары һ.б.) классификациялаған ойошмаларҙы аккредитациялау буйынса вәкәләтле орган итеп тәғәйенләнде.
Әле комитет дәүләт хеҙмәтен күрһәтеү буйынса административ регламент-проектын әҙерләгән. Был документ туристик хеҙмәттәрҙең дәғүәселеккә һәләтен үҫтереү, туриндустрия объекттарының халыҡты йәлеп итеү сифатын арттырыу, ҡулланыусыларҙы кәрәкле мәғлүмәт менән тулы кимәлдә тәьмин итеү маҡсатында эшләнгән.
Бөгөндән 14 июнгә тиклем комитет физик һәм юридик шәхестәрҙән бойондороҡһоҙ экспертиза һөҙөмтәләрен ҡабул итә, йәғни теләгән һәр кем, проект менән танышып, үҙ тәҡдимен индерә ала.