РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова «Берҙәм Рәсәй» партияһының Өфөләге йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә халыҡты ҡабул итте.
Депутатҡа Башҡортостанда яңы спорт биналарын төҙөү, йорт һәм мәктәп ихаталарында хоккей, футбол майҙансыҡтарын булдырыу мәсьәләләре менән мөрәжәғәт итеүселәр күп булды.
Үҙе спорт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән Рима Баталова әйтеүенсә, йәштәрҙе сәләмәтләндереү өсөн дәүләт кимәлендә күп сара күрелә. Мәктәптәрҙә күптән түгел физик культура буйынса өҫтәмә дәрес индерелгән. Әммә күпселек белем биреү йорттарында берәр генә спорт залы булыуын иҫәптә тотоу зарур, спорт майҙансыҡтарын арттырыу ҙа кәрәк. Әйткәндәй, балаларҙы спортҡа йәлеп итеүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең физкультура-сәләмәтләндереү комплекстарын төҙөү, «Йорт тренеры» проекттары әһәмиәтле роль уйнай.
Шуныһы ла мөһим: баланы спортҡа йәлеп итеүҙә, тәү сиратта, ата-әсәнең өлгөһө кәрәк.
– Ата-әсәләрҙең көсөргәнешле йәшәү ритмы балаларҙың ял сәғәтенә күп ваҡыт бүлергә форсат бирмәй. Ял көндәрендә, телевизорҙан, башҡа мәшәҡәттәрҙән бер аҙға айырылып, балалар менән урамға сығырға йәки урманға барып килергә кәрәк. Һәр иртә һайын йүгереү балалар һәм үҫмерҙәр өсөн генә түгел, ата-әсәләр һаулығы өсөн дә бик файҙалы. Үҙебеҙҙең өлгөлә генә йәш быуынға спорттың ни тиклем файҙалы һәм ҡыҙыҡлы булыуын күрһәтә алабыҙ, – тип белдерҙе Рима Баталова, ошо мәсьәләгә лә туҡталып.
Спорт биналарына килгәндә, депутат һүҙҙәренсә, уларҙы төҙөү республикала дауам итәсәк. Шуға күрә балаларға һәм ата-әсәләргә хәүефләнергә урын юҡ: спортҡа ҡағылышлы хыялдарын улар юғары кимәлдә тормошҡа ашыра ала.