Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2012, 15:07

Донъя яңылыҡтары

Дворяндар изгелек менән шөғөлләнә Америкала йәшәүсе урыҫ диаспораһы Нью-Йорк ҡалаһында йыл һайын ойошторолған дворян балын үткәрҙе. 1938 йылдан бирле уҙғарылған байрамдың маҡсаты – дворянлыҡты йәмғиәт синыфы итеп тергеҙеү.

Дворяндар изгелек менән шөғөлләнә

Америкала йәшәүсе урыҫ диаспораһы Нью-Йорк ҡалаһында йыл һайын ойошторолған дворян балын үткәрҙе.
1938 йылдан бирле уҙғарылған байрамдың маҡсаты – дворянлыҡты йәмғиәт синыфы итеп тергеҙеү.
Балда йыйылған аҡса АҡШ-тағы, Аргентиналағы православие ҡорамдарына һәм монастырҙары иҫәбенә күсерелә, шулай уҡ мәғариф проекттарына йүнәлтелә. СССР тарҡалғас, урыҫ дворяндары йыйған аҡса Рәсәй дауаханаларына һәм балалар йорттарына тапшырыла.

Голландия картуфынан баш тартырбыҙмы?

Рәсәйҙең баш санитар табибы, «Роспотребнадзор» етәксеһе Геннадий Онищенко Голландиянан килтерелгән ауыл хужалығы продукцияһының сифатына ҡарата шикләнеүен белдергән.
Сөнки Европа Союзы әлегә тиклем былтыр йәй булған эсәк инфекцияһының сәбәбен асыҡламаған. Шулай уҡ Голландияла «ҡош киҙеүе» мутацияһы буйынса тикшереүҙәр үткәрелгән, ә ул халыҡ-ара конвенция буйынса тыйылған.
Билдәле булыуынса, Голлан­диянан беҙгә йәшелсәләр килтерелә. “Был илдең ауыл хужалығы продукцияһына бик һаҡ ҡарарға хоҡуғыбыҙ бар. Әллә нимә тәҡдим итеүҙәре лә бар бит”, – тигән баш санитар табип.

Астың асыуы яман

Камчатканың Вилючинск ҡала­һынан балыҡсы айыу ҡорбаны булған.
Крашенинников бухтаһында балыҡ тотоусы иргә ике айыу ташлана. Хәл-ваҡиғаны күреп ҡалыусылар был хаҡта полицияға хәбәр итә. Улар йыртҡыстың берәүһен атып үлтерә, икенсеһе ҡасып өлгөрә. Бер аҙҙан уныһын да эләктерәләр.
Апрелдә Американың Вермонт штаты губернаторы Питер Шамлин бер юлы дүрт айыуға ем була яҙа. Көпә-көндөҙ тайыш табандар уның ихатаһына инеп, хужаларса ҡылана. П. Шамлин уларҙы ҡыуа башлай, әммә ас йыртҡыстар уға ташлана. Губернатор мөғжизә менән ҡотолоп ҡала. ҡышҡы йоҡоһонан яңы уянған ас айыуҙар үҙҙәрен агрессив тота. Шуға күрә халыҡҡа уяуыраҡ булырға кәрәктер.

Күктең төбө тишелдеме ни?

ҡытайҙа ҡойма ямғырҙар туҡтамай.
Таулы райондарҙың береһендә тәбиғәт катаклизмы арҡаһында 42 кеше һәләк булған, 17-һе юғалған.
Көслө ямғыр Миньсянь өйәҙендә 358 мең кешенең ғәҙәти тормошон боҙған. Һуңғы бер нисә көн эсендә 30 мең кеше эвакуациялан­ған, тағы ла 6,4 мең кеше ярҙамға мохтаж. 42 тораҡ пунктта энергия менән тәьмин итеү системаһы сафтан сыҡҡан.
Көндөң ҡапыл һыуытып ебәреүе, ҡар яуыуы ҡотҡарыу эштәрен тағы ла ҡатмарлаштыра.

Тағы ла самолет…

Кисә иртәнсәк Agri Air авиакомпанияһы самолеты Непал ҡалаһында ҡолаған.
Уның бортында 21 кеше булған. Осоу аппараты Джомсом аэропортында туҡтарға йыйынғанда фажиғәгә тарыған. Әлеге мәлдә тикшереү эштәре бара.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.
Читайте нас: