Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2012, 16:17

Өс һөйләм менән

10 майҙан Башҡортостанда ҡала автобустарында йөрөүгә хаҡ артты. «Башавтотранс» дәүләт преприятиеһы автобустары яңы тариф буйынса йөрөй башланы. Хәҙер унда транспорт картаһы менән йөрөү – 12 һум.

10 майҙан Башҡортостанда ҡала автобустарында йөрөүгә хаҡ артты. «Башавтотранс» дәүләт преприятиеһы автобустары яңы тариф буйынса йөрөй башланы. Хәҙер унда транспорт картаһы менән йөрөү – 12 һум.

12 – 13 майҙа Белорет райо­нында Ағиҙел йылғаһында рафтинг буйынса Башҡортостан Республикаһы кубогының беренсе этабы үтә. Ярыштарҙа алты урынлыҡ рафттар ҡатнаша. Стартҡа ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр сыға.

11 – 13 майҙа Салауат ҡалаһында насар күреүселәр араһында еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселеге үтә. Ярыш­тарҙа Башҡортостан, Удмурт Республикаһы, Ярославль, Иркутск, Силәбе, Липецк һәм Волгоград өлкәһе спортсылары ҡатнаша. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, улар 100 һәм 800, 200 һәм 1500, 400 һәм 5000 метрға йүгереү, бейеклеккә, оҙонлоҡҡа һикереү, һөңгө ташлау буйынса һәм башҡа ярыш төрҙәрендә көс һынаша.

Хеҙмәт дәүләт инспекторҙары Башҡортостандан 423 кешегә 3 миллион һумдан ашыу түләнмәгән эш хаҡын алырға ярҙам иткән. Биш хеҙмәткәр дәүләт инспек­тор­ҙары ҡатнашлығы менән бала табыу һәм ҡарау буйынса 83 мең һумлыҡ пособиеһын алыуға өлгәшкән. Бынан тыш, кешене эштән ебәреү һәм икенсе эшкә күсереү буйынса өс бойороҡ ғәмәлдән сығарылған.

Өфөнөң мәшғүллек үҙәгенә эш биреүселәр тарафынан йыл башынан 44 меңгә яҡын вакансия бирелгән. Әлеге ваҡытта бында 21 меңдән ашыу эш урыны тураһында мәғлүмәт бар. Барлығы баш ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә 8500-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора.

Сибайҙа 1 – 3 июндә «Ирән­дек батыры» беренсе республика спорт фестивале ойоштороласаҡ. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҙғарыласаҡ ярыштар Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арнала. БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, спорт фестиваленең беренсе этабы – республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтарында, финалы Сибайҙа уҙғарыласаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: