Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2012, 14:56

Төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуясаҡбыҙ

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев губернаторҙарҙы тура һайлау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.Уға ярашлы, төбәк етәкселегенә кандидаттар сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелә. Дәғүә итеүсенең партия сафында тормауы ла бар.Буласаҡ губернатор­ҙы муниципаль депутаттарҙың, һайлап ҡу­йылған муниципаль берәмек башлыҡтарының 5-тән 10 процент­ҡа тиклеме хупларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта кандидаттың муниципаль райондарҙың, ҡа­ла округтарының дүрттән өс өлөшөнән дә ыңғай фекер алыуы зарур.

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев губернаторҙарҙы тура һайлау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, төбәк етәкселегенә кандидаттар сәйәси партиялар тарафынан күрһәтелә. Дәғүә итеүсенең партия сафында тормауы ла бар.
Буласаҡ губернатор­ҙы муниципаль депутаттарҙың, һайлап ҡу­йылған муниципаль берәмек башлыҡтарының 5-тән 10 процент­ҡа тиклеме хупларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта кандидаттың муниципаль райондарҙың, ҡа­ла округтарының дүрттән өс өлөшөнән дә ыңғай фекер алыуы зарур.
Законда төбәк башлыҡтарын биш йылға һайлап ҡуйыу тураһында яҙылған. Шуныһы ла бар: бер кешенең был юғары вазифала рәттән ике мөҙҙәттән дә артыҡ ултырырға хо­ҡуғы юҡ.
Читайте нас: