Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2012, 15:06

Өс һөйләм менән

Май байрамдары осоронда, ғәҙәттәгесә, алыҫ араларға өҫтәмә поездар тәғәйенләнә. «РЖД» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан 412 рейсҡа 203 өҫтәмә поезд тәғәйенләнгән. Республика халҡы өсөн иһә 39-сы «Өфө – Мәскәү», 40-сы «Мәскәү – Өфө» 433-сө «Ульяновск – Мәскәү», 434-се «Ульяновск – Өфө» өҫтәмә поездары рейсҡа сығасаҡ.

Май байрамдары осоронда, ғәҙәттәгесә, алыҫ араларға өҫтәмә поездар тәғәйенләнә. «РЖД» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан 412 рейсҡа 203 өҫтәмә поезд тәғәйенләнгән. Республика халҡы өсөн иһә 39-сы «Өфө – Мәскәү», 40-сы «Мәскәү – Өфө» 433-сө «Ульяновск – Мәскәү», 434-се «Ульяновск – Өфө» өҫтәмә поездары рейсҡа сығасаҡ.

Башҡортостанда йорт хайуандарына контролде көсәйтеү планлаштырыла. БР Дәүләт – Йыйылышы – ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында ошоға ярашлы закон проекты ҡаралды. Ул йорт хайуандарын аҫрауға төп талаптарҙы, уларҙың хужаларының бурыстарын, эттәрҙе йөрөтөү тәртибен, урындағы үҙидаралыҡ органдарының компетенцияһын регламентлай.

35 Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветераны Өфө ҡалаһының иң юғары наградаһы – ҡала округының Почет грамотаһына һәм «ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһенә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы республика Хәрби дан музейында үтте. Еңеү байрамы алдынан ветерандарҙы бүләкләү идеяһы менән ҡала депутаттары сығыш яһаған.

Башҡортостан Респуб­ли­каһы буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полиция эшмәкәрлегенә граждандарҙың дәғүәләре күбәйгән. Шул уҡ ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәрен йәберһетеү факты буйынса 79 материал БР буйынса Тәфтиш комитетына ебәрелгән. Тағы ла 12 материал полицейский­ҙарға һөжүм итеү факттары тураһында һөйләй.

Ейәнсура районы уҡытыу­сыһы Рәсәй Федерацияһының юғары наградаһына лайыҡ булды. РФ Президенты Указы менән Ейәнсура районының Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге уҡытыусыһы Дамир Бикташев «Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡар­ғаны өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Дамир Камил улының экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарғанда күрһәткән батырлығы һәм тәүәккәллеге шулай юғары баһаланды.

Белорет районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 67 йыллығына арналған байрам саралары башланды. Кисә урындағы ДОСААФ мәктәбе «Хәтер» акцияһын үткәрҙе. Бөгөн Шығай ауылында Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов хөрмәтенә 22-се район еңел атлетика эстафетаһы уҙа.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: