24 апрелдән Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Еңеүҙең 67 йыллығы уңайынан Рәсәй Президентының шәхси ҡотлауҙарын алып барып еткереү буйынса күләмле эш башланды.
Рәсәй Президенты ҡотлауҙарын почтальондар адресаттарҙың ҡулына тапшыра, әммә ҡотлауҙы алғанда ҡултамға ҡуйыу мотлаҡ түгел. Улар 30 апрелгә тиклем тапшырылып бөтәсәк. Шул уҡ мәлдә ветерандар планлаштырылған ваҡытта ҡотлау хатын алып өлгөрмәһә, ҡотлауҙар, адресаттарҙы көтөп, бер ай дауамында почта бүлексәһендә һаҡланасаҡ.
«Рәсәй почтаһы» хеҙмәткәрҙәре исемле ҡотлауҙарҙы тапшырмайынса ҡалмаясаҡ. Кәрәк булһа, ветерандарҙың яңы адрестарын да асыҡлаясаҡтар. Күрһәтелгән ваҡытта аҡланырлыҡ сәбәптәр буйынса тапшырылмай ҡалған ҡотлауҙар ебәреүсеһенә кире ҡайтарыласаҡ.