Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2012, 15:00

Ветерандар бушлай йөрөйөсәк

Башҡортостанда һуғыш ветерандары «Башавтотранс» дәүләт компанияһы транспортында бушлай йөрөй аласаҡ. Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 – 10 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына ҡала эсендәге, ҡала яны һәм ҡала-ара автобустарҙа бушлай юл йөрөү мөмкинлеге бирелә.

Башҡортостанда һуғыш ветерандары «Башавтотранс» дәүләт компанияһы транспортында бушлай йөрөй аласаҡ.
Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 – 10 майҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм инвалидтарына ҡала эсендәге, ҡала яны һәм ҡала-ара автобустарҙа бушлай юл йөрөү мөмкинлеге бирелә.
Әйткәндәй, йөрөү сикләнмәгән. Бушлай билет алыу өсөн кондуктор­ға ветеран танытмаһын күрһәтеү ҙә етә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Еңеү яулағандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ, ‒ти «Башавто­транс» дәүләт унитар предприя­тие­һының генераль директоры Алексей Клуг.
Читайте нас: