Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2012, 14:59

Тимер юлы транспортын үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25 апрелдә Мәскәүҙә Волга буйы федераль округында тимер юлы транспортында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, ҡала яны транспортында пассажирҙар һәм йөк ташыу­ҙы ойоштороу мәсьәләләренә арнал­ған кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда шулай уҡ Рәсәй Президен­тының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ транспорт министры Игорь Левитин, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Владимир Якунин ҡатнашты.

Һөйләшеүҙә ҡала яны тимер юл транспорты хәрәкәтен ойоштороуға тарифтар, составты һөҙөмтәле файҙаланыу, Волга буйы федераль округында «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең инвестицион эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы.
Йыл һайын Башҡортостанда ҡала яны тимер юл транспорты менән 4,5 млн кеше файҙалана. Транспорттың был төрөндә уҡыусылар менән студенттарға һәм айырым категория граждандарына ташламалар ҡарал­ған. «Башҡортостанда Өфө станцияһында тимер юлы вокзалын реконструкциялау» инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. 2011 йылда төҙөлөштөң беренсе сираты тулыһынса тиерлек тамамланды, бында башҡарылған эш күләме – 3 млрд һумдан ашыу. Төҙөлөштөң икенсе сираты 1,1 млрд һумға баһалана.
Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙең сифатын күтәреү маҡсатында 2010 йылдың декабрендә БР Хөкүмәте менән «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл, Сибай, Салауат, Белорет ҡалаларында һәм Аксаков ауылында тимер юлы вокзалдарын реконструкциялау буйынса берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашы­рыу­ҙа хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Читайте нас: