Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2012, 15:01

Башҡортостан көндәре яңы хеҙмәттәшлеккә юл асыр

Мәскәү ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Собянин Рәсәйҙең баш ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уңайынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ҡотлау сәләме ебәрҙе. – Мәскәү Хөкүмәте исеменән һеҙҙе һәм Мәскәүҙә Баш­ҡортостан Республикаһы көндәрендә ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайым. Мәскәү ҡалаһындағы байрам­дар­ҙың, эшлекле һәм ижтимағи-сәйәси сараларҙың бай палитраһында Башҡортостан Респуб­ликаһы айырым урын алып тора. Был иһә үҙ-ара ышаныстың юғары кимәле, Мәскәү халҡының Башҡор­тостан халҡына ихтирамы, быуаттар дауамында ике төбәкте бәйләгән дуҫлыҡ ептәренең, сәйәси, иҡтисади бәйләнештәрҙең ныҡлығы тураһында һөйләй, – тиелә ҡотлау сәләмендә.

Мәскәү ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Собянин Рәсәйҙең баш ҡалаһында Башҡортостан мәҙәниәте көндәре уңайынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа ҡотлау сәләме ебәрҙе.
– Мәскәү Хөкүмәте исеменән һеҙҙе һәм Мәскәүҙә Баш­ҡортостан Республикаһы көндәрендә ҡатнашыусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайым. Мәскәү ҡалаһындағы байрам­дар­ҙың, эшлекле һәм ижтимағи-сәйәси сараларҙың бай палитраһында Башҡортостан Респуб­ликаһы айырым урын алып тора. Был иһә үҙ-ара ышаныстың юғары кимәле, Мәскәү халҡының Башҡор­тостан халҡына ихтирамы, быуаттар дауамында ике төбәкте бәйләгән дуҫлыҡ ептәренең, сәйәси, иҡтисади бәйләнештәрҙең ныҡлығы тураһында һөйләй, – тиелә ҡотлау сәләмендә.
Сергей Собянин Башҡор­тостан Республикаһы көндәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлектең яңы биттәрен асырға, эшлекле һәм мәҙәни бәйләнештәрҙең киңәйеүенә булышлыҡ итеренә ышаныс белдергән. Әйткәндәй, был көндәрҙә баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бай мәҙәни программа көтә. Мәскәү Халыҡ-ара музыка йортонда Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты, “Башҡортостан – Евразия ынйы­һы” тип аталған фотокүргәҙмә, китаптар, биҙәү сәнғәте һәм халыҡ һөнәрселек әйберҙәренең күргәҙмәһе ойошторола. “35 мм” кинотеатрында “Башҡорт киноһы көнө” үтә.
Читайте нас: