Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2012, 18:51

Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй

Беҙ тоҡта оҙаҡ ятмай, тере ҡуҙҙы серек һалам ҡапламай. Көндәрҙән бер көндә, Хоҙай Бабай үҙе бойороп, буғай, сал тарихтың төбөнән үк көтөлмәгән архефакт -- “Өфө-2” ҡалаһы ҡарпып сыҡҡас, мәсьәләгә күҙ йомоп ҡына ҡараусылар ҙа, йоҡомһораусылар ҙа ҡапыл тертләп-тетрәнеп, баш ҡалҡытҡан хәйерһеҙҙе һәм уның донъяға асыусыһы академик Н.А. Мәжитовты күңелдәрҙән ҡырсып кире күмергә, ил күҙенән олаҡтырырға тырышты һәм тырыша. “Аргумент”тары үҙҙәренсә берәгәй: донъяла “башҡорт” тигән ҡәүем булмаған, Уралға ел ыңғайында ниндәйҙер Алтай тарафынан ҡыу ҡамғаҡтай тәгәрләп килгән ҡырағай төркөмдө кемдер “башҡорт” яһап уйлап сығарған. Өфө ҡалаһын да, имеш, ни бары ун алтынсы быуат ахырында цивилизациялы “өлкән ағай”ҙар биналаған; ә боронғо ғәрәп авторҙарының, шул иҫәптән атаҡлы Ибн-Фаҙландың, башҡорттар тураһындағы яҙмалары – һис кенә лә тарихи ҡомартҡы түгел, ә уйлап сығарылған ылғый әҙәби уйҙырма ғына (һуңғыһы -- Өфөләге тарих фәндәре докторы В.А. Ивановтың “У подножия Рифейских гор” тигән китабынан). Хатта “Урал батыр” эпосын да 60-сы йылдар “Ағиҙел” журналында ғилемле бер азаматыбыҙ: “Беҙҙең эраның ун алтынсы быуат әҫәре, ә уның геройы Урал – шул быуатта йәшәгән реаль шәхес”, -- тип кинәнеп раҫлағайны.

Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй
Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй
Читайте нас: