Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2012, 15:00

Республика башлығы 35 йәштән оло булырға тейеш

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты депутаттары төбәк башлыҡтарын һайлау хаҡындағы Рәсәй Федерацияһы законы проектына бер нисә үҙгәреш индерергә тәҡдим итте. Улар тәү сиратта президент посына дәғүә итеүсе кандидаттың йәшен 30-ҙан 35 йәшкә тиклем күтәреүҙе хуп күрә.

БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты депутаттары төбәк башлыҡтарын һайлау хаҡындағы Рәсәй Федерацияһы законы проектына бер нисә үҙгәреш индерергә тәҡдим итте.
Улар тәү сиратта президент посына дәғүә итеүсе кандидаттың йәшен 30-ҙан 35 йәшкә тиклем күтәреүҙе хуп күрә.
Икенсе үҙгәреш идара итеү цензына ҡағыла. Депутаттар иҫәпләүенсә, кандидат дәүләт, муниципаль власть органдарында йәки предприятиела етәксе вазифаһын ун йылдан да кәм башҡармаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Федераль законда идара итеү цензы юҡ. Ләкин, беҙҙең парламент депутаттары иҫәпләүенсә, төбәкте етәкләргә теләүсе кеше идара итеү мәктәбен мотлаҡ үтергә тейеш.
БР Дәүләт Йыйылышы − ҡоролтай депутаттары тәҡдим иткән өсөнсө үҙгәреш властың күсәгилешлегенә ҡағыла. Федераль закон буйынса, әгәр һайлауҙар ғәмәлгә ярашлы түгел тип танылһа, улар ҡабаттан үткәрелгәнсе республика менән ил Президенты тәғәйенләгән кеше етәкселек итә. ҡоролтай депутаттары, был вазифаны ҡабаттан һайлау­ҙар үткәрелгәнгә тиклем элекке төбәк башлығы башҡарырға һәм һайлауҙарҙы үткәрергә тейеш, тигән фекерҙә.
Тағы ла мөһим бер мәл: ҡағиҙә буйынса, төбәк башлыҡтарын һайлау тураһындағы федераль ҡануниәт менән төбәктәрҙең ҡануниәте 60 көн эсендә яраштырылырға тейеш. Ә республика депутаттары кисектереү биреүҙе һәм был ваҡытты 180 көнгә тиклем арттырыуҙы һорай. Әле Башҡортостанда киләһе һайлауҙар­ға тиклем ваҡыт бар. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов үҙ вазифаһын 2010 йылдан алып башҡара һәм уның вәкәләттәре ваҡыты – 5 йыл.
Читайте нас в