Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2012, 18:21

Президент дәүләт наградалары тапшырҙы

5 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә «ГазЭнергоСтрой Газ турбинаһы технологиялары» корпорацияһының газ турбинаһы технологиялары йүнәлеше етәксеһе Анатолий Копсов менән «Баш­ҡортостан яҡташтар берлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Тәлғәт Хурамшинға Башҡортостан Республика­һының дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостан Президенты указына ярашлы, Анатолий Копсов республика энергетикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде. Тәлғәт Хурамшин һөҙөмтәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ булды.
Читайте нас: