Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2012, 18:22

Донъя яңылыҡтары

Тағы ла аҡса кәрәкРәсәйҙең оборона министры Анатолий Сердюков финанс министры Антон Силуановтан 2014 йылға хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә киткән сығымдарҙы дүрт мәртәбәгә арттырыуын һораған.

Тағы ла аҡса кәрәк

Рәсәйҙең оборона министры Анатолий Сердюков финанс министры Антон Силуановтан 2014 йылға хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә киткән сығымдарҙы дүрт мәртәбәгә арттырыуын һораған.
Дүрт йыл эсендә хәрби ведомство был маҡсатта 330 миллиард һум аҡса тотонған. Әммә аҡса бүленеүе икеле. Хәрбиҙәргә тип төҙөлгән 78 мең фатир әле лә хужаһыҙ. Сөнки улар хәрби частар­ҙан ситтә төҙөлгән.

Мысырҙа тыныс түгел

Синай ярымутрауында Мы­сырҙың Израиль менән Иор­данияға «зәңгәр яғыулыҡ» ебәреүсе газ үткәргесен шартлат­ҡандар.
Был – Хөсни Мөбәрәк режимына ҡаршы ойошторолған эре теракттарҙың 14-сеһе. Синайҙың төньяғында урынлашҡан үткәргестәр йыш ҡына террорсылар­ҙың сәбенә әүерелә. Ил властары уларға һөжүм итеүҙе «Әл-ҡаиҙә» экстремистар төркөмө менән бәйләй.

Осетия башлыҡ һайлай

Көньяҡ Осетия республика башлығын һайланы.
Ике турҙа үткән һайлауҙа илдең именлек хеҙмәте етәксеһе Леонид Тебилов өсөн һайлаусыларҙың 54,2 проценты тауыш биргән. Уның дәғүәсеһе Давид Санакаев 0,96 процент ҡына тауыш йыя алған. Президенттың инаугурацияһы 21 апрелдә буласаҡ.

Урман янғындары башланды

Яҙ етеү менән урман янғындары башланды.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәрендә генә Рәсәй биләмәһендә 50 урман янғыны теркәлгән, 1 мең гектарҙа урман янған. Шуның 30-да янғын туҡтатылған. Ут Урман фонды һәм Оборона министрлығы ҡарамағындағы ерҙәрҙә сыҡҡан.

Хәлдәре ауыр

Төмән эргәһендә һәләкәткә тарыған АТR–72 самолетында иҫән ҡалған 11 пассажирҙың хәле киҫкен ҡала.
Һәләк булыусыларҙан дүрт кешенең шәхесе асыҡланмаған, уларға ДНК экспертизаһы үткәреү талап ителә. Үлгән тип һаналған Иванютаны туғандары реанимацияла таныған.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.
Читайте нас: