Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2012, 18:21

58 ғаилә торлаҡ төҙөү өсөн ер алған

Октябрьский ҡалаһында бер тапҡыр бушлай ер алыуға хоҡуҡтары булған граждандарға ер бүлеп бирелә башлаған. Был категория граждандарға өс һәм унан да күберәк балалары булған йәиһә инвалид бала тәрбиәләүсе һәм торлаҡҡа мохтаждар иҫәбендә сиратта тороусы ғаиләләр, йәш ғаиләләр һәм бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре инә.

Дөйөм алғанда, ҡалала 277 кеше бушлай ер алыуға ғариза тапшырған. Мартта үткән йәрәбә йомғаҡтары буйынса, 58 кеше ер алыуға өлгәшкән. Улар иҫәбендә – өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе 44 ғаилә һәм инвалид бала тәрбиәләүсе 14 ғаилә. Бынан һуң да, даими рәүештә йәрәбә үткәрелеп, Октябрьский ҡалаһы халҡына ер биреү дауам итәсәк.
Читайте нас: